Бөтә яңылыҡтар
28 Апрель 2018, 10:00

Күптәрҙе торлаҡ мәсьәләһе борсой

Башҡортостан Республикаһы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова уҙған аҙнала районда граждандарҙы ҡабул итте. Уға үҙҙәренең шәхси һорауҙары менән 9 кеше килде.

Башҡортостан Республикаһы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова уҙған аҙнала районда граждандарҙы ҡабул итте. Уға үҙҙәренең шәхси һорауҙары менән 9 кеше килде.
Министрға мөрәжәғәт иткән граждандарҙың күбеһен торлаҡ мәсьәләһе борсой. Ошо һорау менән Малаяҙҙан күп балалы әсәләр, Татар Малаяҙынан афған һуғышында улы һәләк булған оло йәштәге ҡатын, Күҫәләрҙән инвалид улын ҡараған пенсионерка һ.б. килгәйне. Ленара Хәким ҡыҙы уларҙың барыһының да ғаризаларын алып ҡалып, мөрәжәғәттәрҙе контролгә алырға, хәл итеү юлдарын ҡарарға ышандырҙы.
Ҡабул итеүҙә райондың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү, ғаиләләргә һәм балаларға социаль ярҙам, мәшғүллек үҙәге бүлексәләре, Пенсия фонды идаралығы, район үҙәк дауаханаһы етәкселеге, министрлыҡ ҡара­мағындағы урындағы бүтән ведомство вәкилдәре лә ҡатнашты.
Читайте нас: