Бөтә яңылыҡтар
24 Апрель 2018, 14:36

“Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү”

Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе

Уҙған кесаҙна Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика телевидениеһы һәм радиоканалдарының тура эфирында халыҡ менән аралашты. Республика етәксеһе менән әңгәмәгә, шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәгенә 10 мең самаһы һорау-үтенес, мөрәжәғәт килде. Ике сәғәт ярым самаһы ваҡыт эсендә ул шуларҙың иң көнүҙәк 30 - ына яуап бирҙе. Халыҡ медицина, экология, алданған өлөшсөләр, ғаиләләргә ярҙам, юлдар сифаты, балаларға тәрбиә, туған тел һәм башҡа темалар буйынса һорауҙарға яуап алды.


“Пландар ҙур һәм беҙ уларҙы
атҡарып сыға алырбыҙ”

Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү 2017 йыл йомғаҡтарын тикшереүҙән башланды. «Хәтерегеҙгә төшөрәм, республика сәнәғәт производствоһы, бюджет өлкәһендә һәйбәт эшләне. Аҡса йәһәтенән йылды яҡшы тамамланыҡ – запастар килеп сыҡты. Килем 200 миллиард һумға яҡынлаша. Был бик һәйбәт һан, бындай күрһәткестәргә эйә булған төбәктәр күп түгел», – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһе хәл ителмәгән бурыстарҙы ла атаны. «Айырыуса беҙҙе ике күрһәткес борсой. Ул инвестициялар күләменең күҙгә күренеп кәмеүе. 2017 йылда 70 миллиард һум тиерлек юғалттыҡ. Был яңы ҡулайламалар төҙөү йәһәтенән нефть эшкәртеү, нефть химияһы предприятиеларында эш күләменең кәмеүе менән дә бәйле. Башҡа предприятиеларҙың эш әүҙемлеге бер аҙ төштө.

Көсөргәнешлек тыуҙырған икенсе һан – тыуымдың кәмеүе. 2017 йылда 2016 йылға ҡарата – минус 10 процент. Тәү сиратта демографик соҡорға һуғыш йылдарының эҙемтәләре лә тәьҫир итте, шулай уҡ иҡтисад та үҙ өлөшөн индерҙе. Былтыр 49 мең бала тыуған, ул күҙалланғандан аҙыраҡ. Ләкин үлем осраҡтары ла аҙайҙы. Дөйөм алғанда демографик күрһәткес кире булһа ла, әммә ныҡ ҙур түгел – бер мең кешегә аҙ», – тип хәтергә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы.

«2018 йыл һәйбәт башланды. Беренсе квартал яҡшы күрһәткестәр менән тамамланды. Мартта һәйбәт табыш алдыҡ – «Башнефть» 16,5 миллиард һум күсерҙе. Һөҙөмтәлә март буйынса килемгә дөйөм һалым 33,5 миллиардҡа етте. 2017 йылда был һан 16-17 миллиард һум тирәһе булды. Йәғни беҙ хәҙер йыллыҡ пландың яртыһын тиерлек үтәнек. Ул алға оптимизм менән ҡарарға һәм яңы объекттар, халыҡҡа яңы ярҙам итеү формаларын, яңы йәмәғәт хәрәкәтен үҫтереү төрҙәрен күҙалларға мөмкинлек бирә. Ресурстар, финанстар булғанда күп нәмә эшләргә була.

2018 йылғы пландар – ә улар бәләкәй түгел, тик Республика адреслы инвестиция программаһы ғына 20 миллиард һум тәшкил итәсәк – ул республиканың абсолют рекорды, бындай күләмдәр бер ҡасан да булманы. Төҙөлөштәр күп, улар бөтәһе лә мөһим. Тағы 20 миллиард һум самаһы юлдарҙы яңыртыуға, төҙөүгә, ремонтлауға, шулай уҡ уларҙы ҡарауға китәсәк. Программалар ҙур, бындай һандарҙы атҡарып сығара алырбыҙ тип ышанабыҙ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Йәш ғаиләләргә 300 мең һум түләү программаһына төҙәтмәләр индерелә

Тура элемтә барышында Рөстәм Хәмитовҡа залдан һорау бирҙеләр. «Асҡарҙа йәшәгән күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар бала табыу өсөн күрше Магнитогорский ҡалаһына бара. Әлеге положение буйынса улар был льгота менән файҙалана алмай, сөнки законда ҡаралғанса, бала республика биләмәһендә донъяға килгән осраҡта ғына ғаилә 300 мең һумға дәғүә итә ала. Был хәл үҙгәрерме?» – тип һораны Әбйәлил районын килгән адвокат.

«Программа былтыр башланды, ул ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Торлаҡҡа сиратта торған ғаиләгә тәүге балаһы өсөн 300 мең һум аҡса бирелә. Уны ипотекаға иғәнә, төҙөлөш материалдарын һатып алыу өсөн тотонорға мөмкин. Программала хаталар һәм етешһеҙлектәр бар ине, аҡса ала алмаған кешеләрҙән байтаҡ хаттар килде. Һеҙҙең проблемағыҙ хәл ителер. Иң мөһиме, бала республикала пропискала торор. Үҙгәрештәр индерелде. Әле беҙҙә биш меңдән ашыу ғариза бар, улар эшкәртелә. 2019 йылдың аҙағына ошо программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн ике миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителеүе ихтимал. Тимәк, алты меңдән ашыу сабый донъяға килә тигән һүҙ. Атай кеше республикала пропискала тормаған ғаиләләр ҙә мөрәжәғәт иткән осраҡтар булды. Ләкин бала – беҙҙеке. Бындай ғаилә лә аҡса алырға хоҡуҡлы», – тип ышандырҙы республика Башлығы.


“Ни өсөн республика шифаханаларында ял ҡиммәт?”

“Төркиәгә бер аҙнаға барып ҡайтыу беҙҙең “Янғантау”ҙа ял итеүҙән осһоҙораҡҡа төшә. Беҙҙәге шифаханаларҙа ял арзанайырмы?” – тигән һорау бирҙе республика Башлығына бер ҡатын.

“Беҙҙең шифаханалар ҡиммәт – был факт. Әлбиттә, уларҙың арзан булыуын теләйбеҙ. Хәлде анализлағанда, шифаханаларҙың 20-се быуатта тотҡарланыуын күрәбеҙ. Был матди базаһына, күрһәтелгән хеҙмәттәргә, хаҡтарына ҡағыла. Мин шифаханалар менән идара итеүҙең яңы системаһы булдырыласағы хаҡында әйткәйнем, ул эшләнә. Беҙ яңы кимәлгә сығырға тейешбеҙ, – тине республика етәксеһе. – Шифаханаларҙың баш табиптары хаҡты төшөрә алмайбыҙ, ти. 100 ял итеүсегә ғәҙәттә беҙҙә 150 хеҙмәткәр тура килә, шуға күрә хаҡтар ҙа юғары. Ситтән инвесторҙар йәлеп итеп, путевкаларға хаҡты төшөрөү өҫтөндә эшләйбеҙ һәм яңы корпустар төҙөйәсәкбеҙ. “Янғантау”ҙа 800 урын, ул 1500 булырға тейеш, “Красноусол”да 550 түгел, ә 1000 урын кәрәк. Шунда ғына путевкаға хаҡтар төшәсәк.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанға туристик ағым арта. Беҙ тәүләп эске туризмы иң ныҡ үҫешкән ун төбәккә индек. Ваҡиғалар туризмы, бүтән йүнәлештәр үҫешә, һөҙөмтәләр бар. Әлбиттә, икенсе темптар кәрәк, тик улар ресурстарға бәйле”.


“Ата-әсә телен белеү мотлаҡ”

Туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу үҙебеҙҙән тора. Был тәү сиратта ғаиләлә үҙебеҙҙе нисек тотоуҙан, балаларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға телебеҙҙе нисек өйрәтеүгә бәйле. Тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ районынан мөрәжәғәт итеүсенең туған телдәрҙе һаҡлау юлдары тураһында һорауына шулай тип яуап бирҙе.

Рөстәм Хәмитов «был эштә әҙәбиәт, концерттарҙың, көйҙәрҙең һәм шиғырҙарҙың яҙмалары, китаптар кәрәк» тип белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе фекеренсә, туған телде һаҡлау – етди, ҙур эш. Был балаларын туған телен өйрәнеүҙән мәхрүм иткән ата-әсәләргә ҙур талап булып тора.

«Ата-әсәнең телен белеү мотлаҡ. Әйҙәгеҙ, ошо йәһәттән әүҙемерәк эшләйек. Телде өйрәнергә мәжбүр итерлек көс юҡ, быны мәжбүри рәүештә эшләү мөмкин түгел, – тине Башҡортостан Башлығы. – Кешене тел мөхитенә йәлеп итеү аша һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин. Тел эшлекле тормошта ла кәрәк булырға тейеш, күңел өсөн, үҙеңде туған халҡың менән бер бөтөн тойоу өсөн дә кәрәк».

«Беҙҙә программа бар, финанслау, шул иҫәптән республиканан ситтә йәшәгән халыҡтарға, башҡорттарға матди ярҙам күҙ уңында тотола. Туған телдәрҙе өйрәнеүгә республика Башлығы гранттары ҡаралған, туған телдәрҙе, башҡорт, татар, мари, сыуаш телдәренән тыш, рус телен яҡлау өсөн махсус фонд булдырырға ниәтләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Рус теле лә яҡлауға мохтаж».

«Беҙ ғаиләләрҙә һәм мәктәптәрҙә әхлаҡи мөхитте үҙгәртергә бурыслы»

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән һөйләшеүҙә Стәрлетамаҡтағы мәктәптә теркәлгән күңеһеҙ ваҡиға ла тикшерелде. Алып барыусы билдәләүенсә, был берҙән-бер осраҡ түгел, ул республикабыҙға ғына түгел, тотош илгә ҡағыла. Нимә был: яңы социаль яуызлыҡмы әллә хәҙерге йәмғиәткә саҡырыумы? Уның менән нисек көрәшергә? Бәлки, балаларҙың социаль селтәр, Интернет менән ҡулланыуын сикләргәлер, ата-әсәләрҙе ҙур яуаплылыҡҡа тарттырырғалыр? Бында ниндәй ҙә булһа хәл итеү юлы бармы?

«Бик ҡатмарлы һорау. Мин, фажиғә булғас та, Стәрлетамаҡҡа юлландым, дауаханаға 9-сы класс уҡыусылары һәм информатика уҡытыусыһы янына барҙым, әйткәндәй, ул үҙен бик ҡыйыу, лайыҡлы тотҡан, балаларҙы ҙур хәүефтән яҡлай алған. Яраланған малайҙы ла күрҙем. Ул бик йәл. Әлбиттә, сәбәбен эҙләйһең. Сәбәптәр күп: Интернет ҡына түгел, шул иҫәптән ошондай үҙенсәлекле балаларға мөнәсәбәт икенсе төрлө булырға тейеш. Уларға баҫым яһауҙың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире яғы ла бар – балалар бындай баҫымға түҙә алмай һәм ошондай аҙымға бара», – тип билдәләне республика Башлығы.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Интернет – икенсе урында, тәү сиратта ғаиләлә һәм мәктәптә аралашыуҙың, һөйөүҙең, дөрөҫ тәрбиә биреүҙең етмәүе.

«Көҙ көнө был малайҙың тәртибендә ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар булыуы күренгән, ул ошо берләшмәләрҙә ҡатнашҡан. Быны алданыраҡ күрергә, асыҡларға һәм алданыраҡ саң ҡағырға кәрәк. Баҫым яһау, ҡурҡытыу менән түгел, ә аңларға тырышыу менән – ул саҡта, әлбиттә, бындай осраҡтарға юл ҡуймаҫҡа мөмкин, – тине республика етәксеһе. – Беҙ ғаиләләрҙә, мәктәптәрҙә әхлаҡи мөхитте үҙгәртергә бурыслы, һәм властар ошондай балаларға йомшағыраҡ һәм иғтибарлыраҡ булырға тейеш. Был ҡатмарлы тема».

Мәктәптәргә бер-ике түгел, ә бер нисә психолог кәрәк, тип билдәләне республика Башлығы.

«Бөгөн 880 бала белем алған мәктәптә – бер психолог. Әлбиттә, бер уҡытыусы бындай йөкләмәне йырып сыға алмай. Тәрбиәүи процесс бөгөнгө талаптарға тап килергә тейеш. Беҙ уҡытыусыларҙы көндәлек эштән, өҙлөкһөҙ яҙыуҙарҙан һәм отчет яһауҙан азат итергә бурыслы. Уҡытыусы ҡағыҙ менән түгел, ә бала менән эшләргә тейеш. Ҡағыҙҙар менән чиновниктар эшләһен. Был ҡатмарлы тема, – тине республика етәксеһе. – Тәрбиә биреү темаһы тикшереүҙе һәм донъяға ҡарашты үҙгәртеүҙе талап итә. Әлеге ваҡиғалар күп нәмәләрҙе яңынан ҡарарға мәжбүр итә. Беҙ мөмкин булған ерҙә власть структураларының эшен дә үҙгәртеп ҡорорбоҙ һәм, иң мөһиме, ата-әсәләр берләшмәһе менән эшләрбеҙ».


“Пенсияға йыйынмайым, артабан эшләйәсәкмен”

Күмертауҙан WhatsApp мессенджерына «Һеҙ ҡасан пенсияға сығаһығыҙ, үҙегеҙгә алмашҡа кеше әҙерләйһегеҙме?» тигән һорау ебәрҙеләр. Рөстәм Хәмитов яуаплап, пенсияға сығырға йыйынмауын әйтте.

«Хәҙер дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн пенсия йәше арта һәм яҡшы арта. Икенсе хәл, мин мәңге республика Башлығы вазифаһында эшләй алмайым, Конституция менән билдәләнгән ваҡыт бар. 2019 йылда минең Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп һайланып ҡуйылған тәүге срок тамамлана. Минең был вазифаға ике тапҡыр һайланырға хоҡуғым бар. Ҡарар ҡабул итеү ваҡытына – 2019 йылдың сентябренә йәки мартына тиклем уйларға, аралашырға, фекер тупларға, кешеләр, республика халҡы менән кәңәшләшергә ваҡыт бар әле. «Кәрәк» тип әйтһәләр, тимәк, эшләйәсәкбеҙ. «Ваҡыт етте» тиһәләр, тимәк, ниндәйҙер икенсе ҡарарҙар буласаҡ», – тине Башҡортостан Башлығы.

Уның һүҙҙәренсә, асылда, пенсияға сығырға кәрәкмәй, артабан эшләргә кәрәк.

«Ҡайһы берҙә миңә өйҙә: «Беҙ һине күрмәйбеҙ, һин беҙгә кәрәк, беҙгә аралашыу, бергәләп йөрөү, ял итеү етмәй», – тиҙәр. Әлегә булдыра алмайым – эш бөтә ваҡытты: 24 сәғәтте, аҙнаһына 7 көндө ала. Пенсияға йыйынмайым. Артабан эшләйәсәкмен. Киләһе һайлауҙа ҡатнашыуым хаҡында ҡарарҙы яҡынса бер йылдан ҡабул итермен», – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

  • “Башинформ” мәғлүмәттәренән.

Читайте нас: