Бөтә яңылыҡтар
20 Апрель 2018, 09:32

Эш күләме лә, яуаплылыҡ та ҙур

Район мәҙәниәт йортонда муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри байрамы билдәләнде

Урындағы үҙидара көнө – ул үҙ ерен, тыу­ған райо­нын ярат­ҡан, уның үҫеше өсөн көсөн йәл­лә­мәгән төрлө һөнәр эйәлә­ренең байрамы ул. Район мә­ҙәниәт йор­тонда муни­ципаль хеҙмәт­кәр­ҙәрҙе тәб­рик­ләү тан­та­наһы уҙҙы.
– Муниципаль хеҙмәттә эшләү хеҙмәткәрҙән яуаплылыҡ, һәр өлкәне яҡшы белеүҙе, социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе, яҡташтары өсөн лайыҡлы тормош шарттарын тыуҙырыуҙы талап итә. Халыҡ мәнфәғәтендә эшләүҙән тыш, улар төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша. Мәҫәлән, Арҡауыл ауыл биләмәһе “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсында 3-сө урын яулап, 200 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Был аҡса ауыл биләмәһе инфраструктураһын үҫтереүгә тотоноласаҡ. «Заманса ҡала мөхите булдырыу» федераль проектында быйыл Салауат ауыл биләмәһе, 2019 йылда – Мөрсәлим, 2020 – Арҡауыл, 2021 йылда Янғантау ауылы ҡатнашасаҡ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: өҫтөнлөклө проект 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ул тораҡ пункт биләмәһен комплекслы үҫтереүгә, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә, күмәк ял өсөн уңайлы урындар булдырыуға йүнәлтелгән, – тине сығышында Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов.
– Бөгөн район – үҫеш юлында. Районда етди программалар тормошҡа ашырылырға тора, ҙур инвестициялар йәлеп ителгән. Иң тәүҙә беҙ бар өмөтөбөҙҙө муниципаль хеҙмәткәрҙәргә бағлайбыҙ. Бергәләп был ҙур эште тормошҡа ашырырбыҙ, тип ышанам, – тине район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов.
Шулай уҡ Марс Фәррәх улы һәм Ринат Хатмулла улы барыһын да байрам менән ҡотлап, урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренә Маҡтау грамоталары тапшырҙы.
Артабан сәхнә йыр-моңға күмелде. “Грация”, “Юлдаш”, “Салауат бөркөттәре” ансамблдәре, Земфира Фәтихова, Ринат Нурмөхәмәтов, Юнир Иштуғанов, Жәмил Мөхәррәмов, Оксана Төхвәтуллина, Илфат Ямалыев дәртле бейеүҙәрен, матур йырҙарын, ҡурай моңдарын тамашасыларға бүләк итте. Муниципаль хеҙмәткәрҙәр, концерт ҡарап ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә сығыш яһаны. Мәсетле ауыл биләмәһе башлығы Адик Асҡаров моңло тауышы менән һоҡландырһа, “Фантазия” ансамбленең ҡатын-ҡыҙҙары еврей бейеүе менән таң ҡалдырҙы.
Читайте нас: