Бөтә яңылыҡтар
13 Апрель 2018, 15:16

Мөмкинлекте файҙалана беләйек

Геопарк проектын ғәмәлгә ашырыу райондың дөйөм социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ҙур этәргес көс буласаҡ. Район хакимиәте, “Янғантау” шифаханаһы тарафынан уны булдырыу буйынса ойоштороу эше алып барыла. Ләкин был мөһим башланғыстың әһәмиәтен урындағы халыҡ та аңларға тейеш.

Геопарк проектын ғәмәлгә ашырыу райондың дөйөм социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ҙур этәргес көс буласаҡ. Район хакимиәте, “Янғантау” шифаханаһы тарафынан уны булдырыу буйынса ойоштороу эше алып барыла. Ләкин был мөһим башланғыстың әһәмиәтен урындағы халыҡ та аңларға тейеш.

Район хакимиәтендә үткән геопарк буйынса эшсе төркөмдөң сираттағы ултырышында ошо мәсьәлә тураһында фекер алышыу булды. Ултырышта ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктары халыҡ-ара эксперты Сурен Гевинян да ҡатнашты. Район башлығы Марс Кашапов, кәңәшмәне асып, геопарктың булдырылыуы биләмә иҡтисады өсөн ыңғай йоғонто яһаясағын билдәләне.

“Янғантау” геопаркы етәксеһе Ринат Әбдрәшитов ошо проекттың “юл картаһы”ның – саралар планының тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне. Ул ауыл биләмәләре башлыҡтарына геопарк объекттары урынлашасаҡ ер территорияларының генераль планға, ошо объекттарҙың Республика адреслы инвестиция программаһына (РАИП) индереү өҫтөндә эшләргә ҡушты. Район хакимиәте менән ауылдарҙа үткән осрашыуҙарҙа ҙур аңлатыу эштәре алып барылыуын да әйтте. “Янғантау” шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашев геопарк булдырыу идеяһы курорттың тирә-яҡ мөхитен һаҡлау һәм урмандарҙы аяуһыҙ киҫеүҙән ҡурсалау маҡсатынан барлыҡҡа килеүе, ә артабан проект киңәйтелеүен бәйән итте. Геопарк зонаһына бар Салауат районы керә. Уға 60-тан ашыу этно-мәҙәни, биологик, географик, мәҙәни һәм тәбиғи һәйкәлдәр объекты инә. “Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн йәмәғәтселек, ауыл активистары, старосталарҙы, абруйлы граждандарҙы, мәғариф һәм мәҙәниәт ойошмаларын йәлеп итергә кәрәк” – тине Альфред Рәшит улы. Уның һүҙҙәренсә, апрель аҙағында Санкт-Петербургта геопаркка арналған ҙур кәңәшмә үтәсәк. Беҙҙең район Башҡортостан исеменән үҙ проектын яҡлаясаҡ.

ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара эксперты Сурен Гевинян: “Геопарк булдырыу тәү сиратта төбәктең социаль-иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Салауат районы географик яҡтан бик уңайлы урынлашҡан. Ҙур әһәмиәттәге юлдар ҙа район аша үтә. Бында килеүселәргә, туристарға уларға туҡтап ял итерлек уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Ауыл ерендә агротуризмды үҫтереү отошло был йәһәттән”, – тине ул.

Сурен әфәнде белдереүенсә, бар донъяла был башланғыс түбәндән килә. Әлбиттә, өҫтән дә ярҙам булырға тейеш, ләкин бында урындағы халыҡтың да әүҙемлеге мөһим.
Читайте нас: