Бөтә яңылыҡтар
3 Апрель 2018, 19:41

Наҙгөл Отузова «Балалар Евровидениеһы»н яулай

Беренсе каналда «Голос.Дети» шоуында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Наҙгөл Отузова «Балалар Евровидениеһы» музыкаль конкурсының беренсе милли һайлап алыу турында сығыш яһай. Бәйге Мәскәүҙә уҙа.

Беренсе каналда «Голос.Дети» шоуында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Наҙгөл Отузова «Балалар Евровидениеһы» музыкаль конкурсының беренсе милли һайлап алыу турында сығыш яһай. Бәйге Мәскәүҙә уҙа.

«Мин унда күптән ҡатнашырға теләй инем, ләкин, һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн автор йырын башҡарыу төп шарт булғанлыҡтан, килеп сыҡманы, сөнки ундай йырым юҡ. Быйыл ойоштороусылар ҡағиҙәләрҙе бер аҙ йомшартты һәм теләгән әҫәрҙе башҡарырға рөхсәт итте. Миңә, «Голос» проектындағы кеүек үк, «Адажио»ны башҡарырға тәҡдим иттеләр, мин шулай эшләнем дә», – тине Наҙгөл.

Уның һүҙҙәренсә, ошо ике проект бер ваҡытҡа тура килмәгәнлектән, ул барыһына ла өлгөргән. «Евровидение» конкурсының һайлап алыу турында Беренсе каналдағы кеүек үк тулҡынланған. Ләкин майҙансыҡтағы тыныс мөхит, иғтибарлы жюри ағзаларын һәм конкурсанттарҙы күргәс, тиҙ генә тынысланған.

«Судьяларҙың күҙҙәренә ҡарап йырлауы еңелерәк булды. Өҫтәүенә бында «Голос.Дети» проектынан күп кенә ҡатнашыусыларҙы осраттым», – ти Наҙгөл.

Ул – Башҡортостандан берҙән-бер ҡатнашыусы. Ҡыҙыҡайҙың киләһе турға үтеү-үтмәүе гала-концертта, 5 апрелдә, билдәле була, әлегә иһә ул буш ваҡытында конкурсты ойоштороусылар үткәргән оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йома, 6 апрелдә, Беренсе каналда Наҙгөлдөң остазы – Баста командаһы сығыш яһай. Киске 10-сы яртыла тамашасылар ҡыҙыҡай артабан сығыш яһармы, юҡмы икәнлеген белә ала.

Эльмира Сабирова. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Читайте нас: