Бөтә яңылыҡтар
2 Апрель 2018, 16:10

“Үткәнде һаҡлап, киләсәкте төҙөйбөҙ”

“Янғантау” геопаркын булдырыуға арналған “Үткәнде һаҡлап, киләсәкте төҙөйбөҙ” тип аталған ғилми-методик семинар үтте. Кәңәшмәлә тарих, география уҡытыусылары, мәктәп музейы етәкселәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

“Янғантау” геопаркын булдырыуға арналған “Үткәнде һаҡлап, киләсәкте төҙөйбөҙ” тип аталған ғилми-методик семинар үтте. Кәңәшмәлә тарих, география уҡытыусылары, мәктәп музейы етәкселәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
Семинарға үҙебеҙҙең тарихи һәм тәбиғи объекттарҙың үҙенсәлеге менән таныштырыу өсөн Өфөнән белгестәр саҡырылды. Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы белгесе Элена Ғилмуллина, БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-производство үҙәгенең археологик мираҫ бүлеге ғилми хеҙмәткәре Александр Купцов килгәйне.
“П. С. Палластың яҙмаларындағы Салауат районы биләмәһендәге ауылдарҙы этноархеологик тикшереү” доклады менән Р. Ғ. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеү институты ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Альберт Әхәтов сығыш яһаны. Малаяҙ башҡорт гимназияһының 5-се класс уҡыусыһы Никита Рябухин Мәсетле геологик киҫелеше тураһында ентекле һөйләне. Йәш геологтың “Тетис океаны тереклеге һәм уларҙың хәҙерге донъя менән бәйләнеше” темаһына тикшеренеү эше бай эстәлекле ине.
Геолог Илдар Яҡупов “Янғантау” геопаркын төҙөү тураһында сағыу презентация күрһәтһә, Арҡауыл һәм Әлкә мәктәбе география уҡытыусылары Эльза Фәйзуллина, Альбина Мырҙаханова үҙҙәре яғындағы тәбиғи һәйкәлдәр һәм геологик объекттар менән таныштырҙы. Лағыр ауылы биләмәһе башлығы Зәбир Ситдиҡов планлаштырылған туристик маршруттар хаҡында бәйән итте. Семинарҙа фермер Марат Миңлебаев та булды, ул мәктәп уҡытыусыларына Граждандар һуғышының 100 йыллығына тикшеренеү эше конкурсын ойошторорға тәҡдим итте. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Айрат Ғәлиев (һүрәттә) Санкт-Петербург ҡалаһындағы Кунсткамера музейында 1908 йылда этнограф М. А. Круковский төшөргән Яхъя, Миндеш һәм Ишембай ауылы кешеләренең фотоларын күреүен һөйләне.
Салауат Юлаев музейында семинарҙа ҡатнашыусыларға райондың мәҙәни мираҫ объекттары тураһында презентация ла тәҡдим ителде. Дыуан районының Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Любовь Морозова “Төньяҡ-көнсығыштың алтын ҡулсаһы” туристик маршруты менән таныштырҙы.
Зилә Садиҡова,
Салауат Юлаев музейы директоры.
Читайте нас: