Бөтә яңылыҡтар
28 Март 2018, 19:02

Мәктәп – ауыл киләсәге

Былтыр Урмансы ауылы халҡы мәктәптең тәҙрәләрен һәм ишектәрен алмаштырыу башланғысы менән сыҡҡайны. Әммә, райондағы бер проект та конкурстан үтмәү сәбәпле, беҙҙең ауыл халҡының да өмөтө аҡланманы.

Былтыр Урмансы ауылы халҡы мәктәптең тәҙрәләрен һәм ишектәрен алмаштырыу башланғысы менән сыҡҡайны. Әммә, райондағы бер проект та конкурстан үтмәү сәбәпле, беҙҙең ауыл халҡының да өмөтө аҡланманы.
Шуға быйыл да урмансылар Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса үткән йыйылышта ауыл мәктәбен төҙөкләндереү мәсьәләһен алға ҡуйҙы. Халыҡ ошондай инициатива менән ике йыл рәттән сыҡҡас, был проект быйыл мотлаҡ ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Мәктәбебеҙҙе йүнәтеүҙә ауылдаштар, ситтәге яҡташтар, эшҡыуарҙар үҙҙәренең өлөшөн индереүенә һәм теләге булғандар бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеренә беҙ бик ныҡ ышанабыҙ. Программаға инеп, дөйөм көс менән тәҙрә-ишектәрҙе яңыртыуға ирешһәк, ауылдағы иң мөһим мәсьәлә хәл ителер ине. Балаларыбыҙ йылыраҡ һәм уңайлыраҡ шарттарҙа белем алыр. Мәктәп бит белем усағы ғына түгел, ауылдың киләсәген дә билдәләй.
Алгиза СОЛТАНОВА.
Урмансы ауылы.
Читайте нас: