Бөтә яңылыҡтар
28 Март 2018, 10:54

Көн менән төн тигеҙләшкәндә

Яңы Сүрәкәй ауылы халҡы Наурыҙ байрамын үткәрҙе

Ярһыҙ – йылға, йолаһыҙ халыҡ юҡ, тиҙәр. Халҡыбыҙҙың борондан килгән йолалары байтаҡ. Шуларҙың береһе–Наурыҙ байрамы. Был байрам 21–22 мартҡа – көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа тура килә. Шулай ҙа Сүрәкәй халҡы был байрамды балалар һәм эш кешеләре ял иткән ваҡытта үткәрергә булды.

Яңы Сүрәкәй – иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарҙың береһе. Ауыл халҡы, үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, мал-тыуар аҫырап көн итә, хатта байрамдар үткәрергә ваҡыт таба белә улар. 9 март көнө уҙғарылған Наурыҙ байрамы ауыл халҡына тағы ла дәрт өҫтәп ебәрҙе. Байрамды ойоштороусылар Лея Вәлиева менән Марат Мусин бөтә көстәрен һалды. Иң тәүҙә улар Наурыҙ байрамы тураһында мәғлүмәт бирҙе, һуңынан бар халыҡты байрам менән ҡотлап, әүҙем булырға саҡырҙы. Байрамдың төп геройы Наурыҙбикә лә халыҡҡа үҙ теләктәрен әйтте: " Көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта бер-берегеҙгә бәхет теләгеҙ, яғымлы булығыҙ, тәнегеҙгә сихәт, күңелегеҙгә изгелек хисе тулыр" – тине ул.

Ауылдың иң оло кешеләре үҙ фатихаһын бирҙе, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, берҙәм, изге уйлы булырға саҡырҙы.Балаларға инде бигерәк тә төрлө ярыштар оҡшаны: арҡан да тартты улар, сана ярыштарында ла әүҙемлек күрһәтте, йомаҡ ҡойоу, шиғыр һөйләү, йыр йырлау кеүек конкурстар ҙа уҙғарылды. Ә милли кейемдәр инде үҙе бер биҙәк өҫтәне байрамға. Тәм-томдар менән самауыр сәйе эсеп алғандан һуң, йыр-бейеүҙәр башҡарылды.

Был байрамды ойоштороусы Марат Мусинға, Лея Вәлиеваға, әүҙем ҡатнашыусылар Зәфирә Сәмиғуллина, Альмира Ғәзимова, Гөлназ Насирова, Ләйсән Ҡорбанғәлиева, Лариса Ибраһимова, Юлиә Бәҙретдинова, гармунсы Хәбиб Төхфәтов, Рәйхана Сәғитоваға һәм милли костюмдар менән тәьмин итеүсе Ҡарағол клубы мөдире Фәрзәнә Сәғитоваға ауыл халҡы рәхмәттәрен еткерҙе.

Минзилә Ҡорбанғәлиева.

Мөрсәлим ауылы.
Читайте нас: