Бөтә яңылыҡтар
28 Март 2018, 10:59

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ

Ахун ауылы оҫтаһы Фәнис Нуриев үҙ ҡулы менән ғәжәп техника яһай

Ахун ауылында йәшәүсе Фәнис Нуриев йүнселлеге, оҫталығы менән район ғына түгел, ә сит өлкәләрҙе, хатта алыҫ Себер халҡын да аптыратҡан тырыш ир уҙаманы. Ул тимер-томорҙан, башҡа автомобиль запас частарынан үҙ ҡулы менән техника йыйып ҡуя.
Иң тәүҙә Фәнис, олатаһының үтенесе буйынса, уның мотоблогын үҙгәртә, уны арба, һабан, тырма тартырлыҡ, ҡар гөрөрлөк итеп эшләй. Һуңынан дәртләнеп үҙе трактор йыя: уның двигателен алмаштыра, башҡа үҙгәрештәр индерә. Артабан тынғыһыҙ Фәнис Әнис улы ҡаргиҙәр эшләргә була. “Шестерка” машинаһының деталдәрен ҡулланып, ҡарҙа батмай торған ғәжәп техника йыйып ҡуя. Тырыш ир уҙаманының хеҙмәт емеше менән башҡа ерҙә йәшәүселәр ҙә ҡыҙыҡһына башлай, төрлө заказдар бирәләр. Ә ул эшләгән ҡаргиҙәр менән хатта алыҫ Себерҙән килеүселәр ҙә ҡыҙыҡһына.
Бер урында ғына туҡтап ҡалырға яратмаған ир ниәттәрен тормошҡа ашырып, яңынан-яңы техника, шул иҫәптән йөк машинаһы, мини-трактор яһай, тимерҙән арбалар, теплицалар эшләй.
Фәнис Нуриев быйыл ҡаргиҙәрҙең яңы төрөн эшләп ҡуйҙы. Аэросана итеп башлаһа ла, ҡеүәте етмәгәнлектән, уны ҡаргиҙәргә әйләндерә. Үҙе уйлап тапҡан транспорт сараһына ул мотоблоктың двигателен ултырта, тракторҙың камераһын брезент менән тышлай, саңғыһын һәм корпусын төрлө металдан иретеп йәбештерә. Яңы техника урманға, ауылда йөрөргә ҡулай. Әйткәндәй, фантазияға бай Ахун оҫтаһы был шөғөлө менән буш ваҡытында ғына мәшғүл. Бынан тыш, ул халыҡҡа мейес сығара, йылытыу селтәре һәм канализация эшләй, ҡапҡа, кәртә һәм көнкүрештә кәрәкле башҡа күп төрлө әйберҙәр яһай. Шулай уҡ төҙөлөштә лә йөрөй. Ҡатыны Нәркәс менән ике бала үҫтерәләр.
Киләсәктә нимә ҡорасағын әйтмәһә лә, шуныһы билдәле: Фәнис Әнис улының алтын ҡулдары менән эшләнгән техника һис шикһеҙ үҙенсәлекле буласаҡ.
Читайте нас: