Дүшәмбе, 26 мартта, Башҡортостан Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә республика сауҙа үҙәктәрендә пландан тыш тикшереүҙәр уҙғарырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Ошо көндәрҙә федераль күҙәтеү ведомстволары хеҙмәткәрҙәре сауҙа үҙәктәренән тыш, кинотеатрҙарҙы, йәмәғәт урындарын һәм халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙы тикшереп сығырға тейеш.
«Әгәр граждандарыбыҙҙың хәүефһеҙлегенә йүнәлтелгән иҫкәртеү сараларын күрмәһәк, беҙҙе бер кем дә ғәфү итмәҫ, — тине кәңәшмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов. — Сауҙа һәм күңел асыу хеҙмәттәре өлкәһендә бизнес менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар ошондай пландан тыш тикшереүҙәр ойоштороуҙы аңлап ҡабул итер, тип ышанам».
Кемерово сауҙа үҙәгендәге фажиғәгә бәйле Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов өлкә губернаторы Аман Тулеевҡа һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.
25 мартта Кемерово ҡалаһындағы «Зимняя вишня» сауҙа үҙәгендә илдә иң ҙур янғындарҙың береһе теркәлде. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, унда 53 кешенең, шул иҫәптән балаларҙың ғүмере өҙөлдө. Әле урында оператив штаб эшләй, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү дауам итә.