Бөтә яңылыҡтар
21 Март 2018, 20:09

Әғләм бабай йомағы

Әғләм бабай үткер һүҙле, Сәнске телдә фекерләй, Йомаҡ менән һөйләй үҙе – Серен әйтеп еткермәй. Иртән торғас ҙур ҡомғандың Сәйен эсә һалды ла, Туҡталышҡа, тип юлланды– автовокзал алдына...


Әғләм бабай үткер һүҙле,
Сәнске телдә фекерләй,

Йомаҡ менән һөйләй үҙе –

Серен әйтеп еткермәй.


Иртән торғас ҙур ҡомғандың

Сәйен эсә һалды ла,

Туҡталышҡа, тип юлланды

– автовокзал алдына...


Бер көн буйы ыҙа сигеп,

Ҡайтып инде бабайым,

Әйтерһең дә иген игеп,

Хәлдән тайған комбайн.


Һалмаҡ ҡына быйма сисеп,

Ишек төбөнә ҡуйҙы,

Ике тәгәс сәйен эсеп,

Ҡоймағын ашап туйҙы.


Күҙ ташланы ҡарсығына,

Кил әле, тип, ымланы,

– Ултыр әле ҡаршы ғына,

Салбар бөттө дымланып.


– Ни булды, тип һин һорама,

Һөйләп бирермен серен,

Ә хәҙергә, тиҙ арала,

Йыуып бирһәңсе керен.


– Атаҡ-атаҡ, ҡайҙа-нисек

Һыуланып ҡайттың, бабай?

Ҡайҙа йөрөнөң диңгеҙ кисеп,

Һөйләп бир әле, давай!


Диңгеҙ түгел, хәсрәт гиҙеп,

Ҡайттым әле үҙәктән,

Эсең тотоп көлөр инең,

Ситтән тороп күҙәтһәң.


Керер урын күбәйҙе бит,

Төбәк үҙәге үҫте,

Хәҙер инде ауыл сиге

Әллә ҡайҙарға күсте.


Керҙем балнис, дарыухана,

Мәшғүллек үҙәгенә,

Керҙем собес, бөҙрәхана,

(Ҡыҫҡартыуҙан тороп ҡалған)

Ойошма киҫәгенә.


Керер урын йөҙ тупһалыр,

Уңайлыҡтар – ҡырын юл,

Йөрөгәндә бер туҡталып,

Тышҡа сығыр урын юҡ.


Тыҡрыҡ Урам Араһынан

Лайыҡ Ерҙе Тапманым,

Тәһәрәт алыу сараһыҙҙан

Ҡайтыр яҡҡа атланым.


Нур Ислам.

Читайте нас: