Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә ил Президентын һайлау тамамланды. Участка һайлау комиссияларынан тапшырылған протоколдарҙы тикшергәндән һуң , Рәсәйҙең ғәмәлдәге Президенты Владимир Путин күпселек тауыш менән тәүге урын биләй, тип белдерҙе Үҙәк һайлау комиссияһы. Икенсе урында – КПРФ кандидаты Павел Грудинин, өсөнсөлә – ЛДПР лидеры Владимир Жириновский.
Әлкә ауылы халҡы ла гражданлыҡ бурысын үтәп, киләһе 6 йылға Рәсәй лидерын һайланы. Һайлау участкаһында барыһы 333 кеше тауыш бирҙе. Тауыш бирергә беренсе килеүсе Раян Закировҡа бүләк тапшырылды. Шулай уҡ һайлауҙа тәүгегә ҡатнашыусы йәштәргә бүләккә паспорт өсөн тышлыҡ бирелде. Участка рәйесе Илшат Хоҙайбиргәнов, рәйес урынбаҫары Зөлфирә Вәлиуллина, сәркәтип Минзәлә Ҡәнипова, комиссия ағзалары Эльмира Ғиниәтуллина һәм Сәлидә Шөғәйепова ойошҡанлы һәм тыныс шарттарҙа үтһен өсөн ҙур көс һалды. Шулай уҡ һайлауҙа КПРФ партияһынан һәм Йәмәғәт палатаһынан күҙәтеүселәр ҡатнашты. Һөҙөмтәлә ауылдан 303 кеше Владимир Путинды һайланы, ҡалған 30 кеше башҡа кандидаттарға өҫтөнлөк бирҙе.
Һайлау Әлкә ауылы халҡы өсөн байрамға әүерелде. Участка эргәһендә мәктәп уҡыусылары тауыш биреүселәр өсөн концерт ҡуйҙы, йәрминкә ойошторолдо.
Был сәйәси сарала халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы кешеләрҙә илһөйәрлек тойғоһоноң юғары булыуын дәлилләй. Һайлау йәмғиәтте туплауҙа ҙур әһәмиәткә эйә ваҡиға булды.