Ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡытыусылары, балалар баҡсаһы коллективы, уҡыусылар менән берлектә концерт ҡуйҙы. Һайлау участкаһына күптәр ғаиләһе, балалары менән килде. Кескәйҙәргә Рәсәй Президенты һайлауҙары эмблемаһы төшөрөлгән шарҙар бүләк ителде. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Разалия Хөсәйенова тәүгә тауыш биреүсе йәштәргә иҫтәлекле паспорт тышлыҡтары тапшырҙы. Был бүләккә Дыуан күп профилле филиалы студенты Нил Ғәйнизаманов менән Һатҡы медицина техникумы студенты Илдар Шәймырҙин лайыҡ булды. Өлкән йәштәге 19 кеше өйөндә тауыш бирҙе. Ауылдың иң оло йәштәге һайлаусылары булып Сәүиә Мирхәйҙәрова менән Ғәлиә Хөрмәтуллина һанала.