Бөтә яңылыҡтар
27 Февраль 2018, 10:03

Киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов депутаттар алдында сығыш яһаны

Марс Фәррәх улының район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеүенә бөгөн, 27 февралдә, бер йыл тулды. Ошо осорҙа райондың социаль-иҡтисади торошонда ниндәй үҙгәрештәр булды? Йыл йомғаҡтары буйынса ниндәй һөҙөмтәләргә ирешелгән? Хакимиәт башлығы Марс Кашапов район Советы ултырышында депутаттар алдында 2017 йылға отчет бирҙе. Ултырышты район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов алып барһа, республика етәкселеге вәкиле булараҡ БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Динар Хәлитов ҡатнашты. Марс Фәррәх улының йыллыҡ докладында район хакимиәтенең эшмәкәрлеге һәм райондың төп социаль-иҡтисади күрһәткестәре сағылыш тапты.


Хакимиәттең эшен

йәмәғәтселек баһаланы

Йыл буйына беҙ депутаттар корпусы, бизнес-берләшмә, федераль һәм республика территориаль власть органдары, район йәмәғәтселеге менән берлектә һөҙөмтәле эшләргә тырыштыҡ.

Белеүегеҙсә, 2017 йылда район халҡы район хакимиәте, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙың эш һөҙөмтәһенә Интернет-һорау ярҙамында баһа бирҙе. Уның йомғаҡтары буйынса беҙҙең берҙәм эшмәкәрлектең дөйөм баһаһы 85,4 процент (республика буйынса – 84,7 процент) тәшкил итте.


Иҡтисад яҡшыра

2017 йылда барлыҡ төр иҡтисади эшмәкәрлек ойошмалары әйләнеше 3 млрд. 694 млн. һум тәшкил итте. 2016 йылдан ул 104,7 процентҡа юғары. Сәнәғәт етештереү индексы – 89,3 процент.

Район иҡтисадын үҫтереүгә “Янғантау” шифаханаһы ҙур өлөш индерә. Бальнеологик дауалау ойошмаһы коллективы уңышлы үҫешеүен дауам итә: йыл һайын хеҙмәттәр күләме арта, шифаханала ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндереү географияһы киңәйә, яңы төр медицина һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәре асыла, яңы объекттар төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла. Ошо осорҙа сәнәғәт предприятиелары һәм ойошмалары яҡшы эшләне. Арҡауыл ЛПУ-һы, Салауат РЭС-ы, Салауат ДРСУ-һы, Мөрсәлим ваҡ таш заводы, “Башинформсвязь”дың Малаяҙ линия-техник цехы, “Малаяҙ электр селтәрҙәре”, “Газпромгазораспределение Уфа” йәмғиәтенең Салауат комплекслы хеҙмәте, “Салауат урман хужалығы”, Малаяҙ почта элемтәһе, кесе эшҡыуарлыҡ һ.б. әйтеп китергә мөмкин.


Инвестициялар йәлеп ителә

Былтыр эре һәм урта предприятиелар буйынса инвестиция күләме яҡынса 333 млн. 973 мең һум (2016 йылда 296 млн. 390 мең булған – 113 процентҡа үҫеш бар) тәшкил иткән. Инвестицияларҙың дөйөм күләменән иң төп өлөшө юл төҙөлөшөнә тура килә.

Районға инвестициялар йәлеп итеү урындағы үҙидара органдарының эшендә өҫтөнлөклө йүнәлеш. Һәр һалынған һумдар артында яңы эш урындары, һалым килеүе, муниципалитеттың инфраструктура үҫеше һәм социаль тотороҡлоҡ тороуын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Йыл дауамында М. А. Миңлебаев КФХ-һы – Ҡыҙырбаҡ ауылында балыҡсылыҡ хужалығы төҙөү, Ә. Ф. Сөләймәнова крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы – Нәсибаш ауылында һөтсөлөк малсылығын үҫтереү буйынса предприятиелар менән инвестиция эшмәкәрлеге алып барылды, ул быйыл да дауам итәсәк. Мөрсәлим ауылында – цемент заводы һәм Йыланышта малсылыҡ фермаһы төҙөлөшө буйынса бер нисә тапҡыр инвесторҙар менән осрашыу булды.


Ауыл хужалығына яңы

алымдар кәрәк

2017 йылда райондың ауыл хужалығы тауары етештереүселәре 1 млрд. 317 млн. һумлыҡ тулайым продукция етештергән. Элекке йылғынан 0,4 процентҡа артҡан.

Райондың дөйөм уңышына “Таймый” агрофирмаһы иң тос өлөш индерә. “Простор” йәмғиәте, “Братья Пономаревы” агрофирмаһы, “Юлай”, Хәмиҙуллин, Федоров, Хәйруллин фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар Нәбиуллин, Брагина һ.б. йылды һәйбәт һөҙөмтәләр менән тамамланы.

Районда фермерлыҡ әүҙем үҫешә, уларҙың һаны 180-гә еткән. Дәүләт ауыл хужалығына байтаҡ финанс ярҙам күрһәтә. Былтыр аграрийҙар бюджеттың барлыҡ кимәленән 20 млн. 970 мең һумдан ашыу субсидия алған. Ғаилә малсылыҡ фермаһы һәм ауыл хужалығы кооперативын үҫтереүгә тиҫтә миллиондан ашыу грант та бирелгән.

Ләкин бөгөн ауыл хужалығы райондың төп иҡтисад үҫеш нигеҙе булһын өсөн яңы алымдар, технологиялар индерергә кәрәк. Иген, йәшелсә һәм бәрәңге үҫтереүҙе арттырыу, балыҡсылыҡ тармағын йәйелдереү һәм, иң мөһиме, етештерелгән продукцияны һатыуҙы ойоштороу зарур. Был йүнәлеште ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороп ҡына хәл итергә була. Ошо маҡсаттан ауыл биләмәләрендә, махсус уҡытылып, 10 инициатив төркөм төҙөлдө.


Сауҙа үҫеше

Ваҡлап һатыуҙың әйләнеше 1 млрд. 450 млн. һум йәки 104,7 процент тәшкил иткән.

2017 йылда төрлө ауылдарҙа 3095 кв.м майҙанда яңы сауҙа объекттары асылды. Тағы 10 объект төҙөлә.

Хеҙмәт хаҡы, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам

Районда уртаса хеҙмәт хаҡы 27507 һумға еткән. 2016 йылдан ул 104 процентҡа артҡан.

Муниципаль бюджеттан кесе бизнесты яҡлауға финанс бүленә. 2017 йылда 45 эшҡыуарға дөйөм 9,5 млн. һумдан ашыу ярҙам күрһәтелгән. Был сумма уларҙың лизинг түләүҙәрен ҡаплау һәм бизнесҡа аяҡ баҫырға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Кесе эшҡыуарлыҡ өлкәһендә төп бурыстар: максималь финанс, консультация һәм норматив ярҙам күрһәтеү, “күләгәләге” мәшғүллекте контролдә тотоу, асыҡлығын тәьмин итеү.


Быйылға пландар

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов йомғаҡлау һүҙендә киләсәктә тормошҡа ашырыласаҡ пландар менән дә уртаҡлашты.

Быйыл Мөрсәлим ауылында ағас эшкәртеү цехы төҙөү, ундағы балалар баҡсаһын капиталь ремонтлау, “Ҡала мөхите” программаһы буйынса Малаяҙ ауылы үҙәген төҙөкләндереү күҙаллана. Йыланыш ауылында “робот-һауынсы” ҡоролмаһы менән заманса һөтсөлөк фермаһы төҙөү кеүек һ.б. мөһим проекттарҙы бойомға ашырыу көтөлә.
Читайте нас: