Бөтә яңылыҡтар
20 Февраль 2018, 12:02

Геопарк, кооперация – киләсәк үҫеш йүнәлеше

Геопарк, кооперация – киләсәк үҫеш йүнәлеше

Геопарк, кооперация – киләсәк үҫеш йүнәлеше
Рәсәйҙәге тәүге геопарк “Янғантау” шифаханаһы ҡарамағында булдырылған да инде. Шуның хаҡта белдерҙе район Советы рәйесе, “Янғантау” геопаркы етәксеһе Ринат Әбдрәшитов Әлкәлә үткән осрашыу барышында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, район хакимиәте башлығы Марс Кашапов етәкселегендәге мәғлүмәт-аналитик төркөм ауыл биләмәләре үҙәктәрендә халыҡ менән осрашыуын дауам итә. Әлкә һәм Ишембай ауылдарында “Хакимиәт көндәре” нисек үтеүе хаҡында түбәндә таныштырабыҙ.
Тәбиғәтебеҙ мөмкинлеген файҙаланыу мөһим
Әлкә ауыл биләмәһе башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған төйәге лә һәм бында бик күп уникаль тәбиғи объекттар ҙа бар. Ошо мөмкинлекте геопарк йүнәлешенә, йәғни тейешле шарттар тыуҙырып, туристарҙы йәлеп итеүгә файҙаланырға була.
– Геопарк биләмәһенә, Мөрсәлимдәге сәнәғәт зонаһынан тыш, барлыҡ Салауат районы керә, – тине Ринат Әбдрәшитов. – ЮНЕСКО-ның донъяуи селтәренә эләгер өсөн геопарк бер йыл эшләргә тейеш. Шул маҡсаттан беҙҙәге геопарк “Янғантау” шифаханаһының бер структура подразделениеһы булараҡ асылды.
Педагогик хеҙмәт ветераны, тарихсы Вилмир Сафин ҡасандыр Әлкә биләмәһендә төҙөлөргә тейеш булған Тарихи-мәҙәни үҙәк проекты тураһында район етәкселегенә һорау бирҙе.
– Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, геопаркты үҫтереү буйынса “юл картаһы” – саралар планы төҙөлә. Республиканың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты Салауат районы биләмәһендә геопарк объекттары төҙөлөшө мәсьәләһе менән шөғөлләнәсәк. Шуға ярашлы ошо Тарихи-мәҙәни үҙәк тә буласаҡ, – тип аңлатты “Янғантау” геопаркы етәксеһе Ринат Хатмулла улы.
Хакимиәт башлығы Марс Кашапов бында айырым этноауыл төҙөләсәге хаҡында белдерҙе. Урындағы халыҡты әүҙем булырға саҡырҙы. Геопаркты үҫтереүҙә ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар, шәхси хужалыҡтар, ҡул оҫталары, кәсепселәр, ғөмүмән, аҫаба халыҡтың да ҡатнашыуы бик мөһим. Тиҙҙән бойондороҡһоҙ эксперттар килеп, беҙҙәге хәлде баһалаясаҡ. Артабан иһә ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктары исемлегенә инеү мәсьәләһе хәл ителәсәк.
Осрашыу мәлендә Йонос ауылы имамы Тимерхан Хажиев барлыҡ ауылдаштары исеменән Салауат ДРСУ-ның карьерын күсертеүҙә район етәкселегенән ярҙам һораны. Марс Кашапов, был мәсьәләне өйрәнеп, ыңғай хәл итергә ышандырҙы.
Федераль юл туризм
өсөн ҡулайлы
Ишембайҙағы осрашыуҙа етәкселек геопарк өсөн М-5 федераль трассаһының уңайлығын билдәләне. Бында юл буйы сервисы: кафелар, сауҙа, ҡунаҡханалар төҙөргә мөмкин.
Был биләмәлә ауыл хужалығы ла үҫешмәгән. Хакимиәт башлығы Марс Кашапов ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын төҙөү өсөн инициатив төркөмдәр булдырырға ҡушты.
Урындағы халыҡ газ үткәреү һәм ағас бүлеү буйынса һорауҙарын бирҙе. Утынды улар әле һаман күрше Силәбе өлкәһенән йәки Нәсибаш яҡтарынан килтертә.
– Газ буйынса шөғөлләнәбеҙ. Уны үткәреү юлдарын ҡарайбыҙ, – тине район башлығы.
“Салауат урман хужалығы” вәкиле Фаил Әхтәров быйыл Миндеш эргәһенән диләнкә бүленәсәгенә ышандырҙы.
Былтыр Өфө мэры Ирек Ялалов тыуған ауылына янғын һүндереү машинаһы бүләк иткәйне. Марс Кашапов әйтеүенсә, был ҡеүәтле һәм күп функциялы техниканы хеҙмәтләндереүе ауыр, шуға Ишембай биләмәһенә алмашҡа райондан “ГАЗ-66” базаһындағы махсус автомобиль тапшырыласаҡ.
Белгестәр быйыл “Меркурий” системаһы, инвентаризация, электрон документ әйләнеше мотлаҡ индереләсәген белдергәс, ишембайҙар Интернет селтәренең алама эшләүенә зарланды. Район етәкселеге элемтә бәйләнешен яҡшыртыу өҫтөндә эшләүҙәре хаҡында белдерҙе.
Был яҡҡа республиканан ҙур иғтибар бирелә. Яңы йыл алдынан ғына Яхъяла өр-яңы балалар баҡсаһы һәм интернат сафҡа инде.
Читайте нас: