Малаяҙ ауылы халҡы, гимназияның тәҙрәләрен яңыртыу проектын яҡлап, йәнә район мәҙәниәт йорто ҡаршыһындағы майҙанға йыйылды. Сарала балаларҙың уңайлы шарттарҙа белем алыуына битараф булмаған 750-нән ашыу кеше ҡатнашты.
Бынан алда үткән граждандар йыйылышында район үҙәге халҡы былтырғыса Малаяҙ башҡорт гимназияһын төҙөкләндереү проектын һайлағайны. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы, белем усағының тәҙрәләрен алмаштырыу ҡарала. Гимназия директоры Розалия Латипова белдереүенсә, бинаның барлыҡ тиерлек тәҙрәләре иҫкергән, рамдары серегән, быялалары ҡойолорға тора. Шуның арҡала бүлмәләрҙә ҡышын һыуыҡ, йәйге осорҙа тынсыу. Бөтәһе 100-ҙән ашыу тәҙрәне яңыртыу талап ителә. Проект буйынса гимназияның алғы яғындағы һәм беренсе ҡаттағыларын алмаштырыу күҙаллана. Программа аша республика ҡаҙнаһынан бер миллион һум бүленһә, күпмелерен район бюджетынан хакимиәт бирә, ҡалған өлөшөн ауыл халҡы, ата-әсәләр һәм бағыусылар индерергә тейеш.
Майҙандағы халыҡ бер тауыштан был мөһим проектты тормошҡа ашырыуҙы хупланы. Кешеләр, гимназияны төҙөкләндереү көнүҙәк мәсьәлә икәнлеген күрһәтеп, һүрәттәр, транспаранттар ҙа тотоп сыҡҡайны.