Борондан ырыуҙарҙа, ауылдарҙа аҡһаҡалдар булған. Уларҙың һүҙе халыҡ алдында абруйлы булған. Шуға ла аҡыл эйәләре бергә ҡорға йыйылып, фекер туплаған.
Бөгөн һәр ауыл биләмәһе йәмғиәттең бер өлөшө. Унда тормош ҡайнай, шулай уҡ хәл итәһе мәсьәләләр, проблемалар ҙа күп. Уларҙы хакимиәт һәр ваҡыт үҙе генә хәл итә алмай. Уртаға һалып, барлыҡ халыҡ менән кәңәшләшеп эшләй торған һорауҙар байтаҡ. Нәҡ ошоға бәйле районда ағинәйҙәр хәрәкәте булдырылды. Ә бер аҙҙан аҡһаҡалдар ҡоро ла ойоша башланы. Әлкә ауылы биләмәһендә ауыл тормошона битараф булмаған, әүҙем, тырыш ир уҙамандары аҡһаҡалдар ҡорона тәүгеләрҙән булып берләште тиһәң, хата булмаҫ.
Биләмәгә ҡараған һәр ауылда йыйылып, аҡһаҡалдар ҡорона 3-5 ир-егет индерелде. Һуңынан улар араһында рәйес һайланып ҡуйылды. Бөгөн Әлкә ауылында Фәрүәз Ғәлиуллин, Йоноста Тимерхан Хажиев, Иҙристә Рәфис Садиҡов, Юлайҙа Абдулхай Йоносов һәм Яңы Ҡаратаулы ауылында Зәки Әхмәтйәнов баш аҡһаҡал булараҡ һайланды. Яңыраҡ аҡһаҡалдар йыйылышып, кәңәш ҡорҙо. Улар сығышында шул ҡыҫҡа арауыҡ эсендә башҡарылған эштәр менән таныштырып үтте, һәр ауылда булған проблемаларҙы күтәреп сыҡты һәм киләсәккә пландар ҡорҙо. Ҡор барышында аҡһаҡалдар Әлкә, Яңы Ҡаратаулы ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған стелаларҙы яңыртырға, Юлай ауылында мәсет төҙөргә, шишмәләрҙе, зыяраттарҙы төҙөкләндерергә һәм шәмбе өмәләренә йышыраҡ сығырға, тигән ҡарарға килде. Шулай уҡ район Советы депутаты Алик Хәсәнов та ҡорҙа ҡатнашып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты, кәңәштәр бирҙе. Ауыл биләмәһе башлығы Руслан Низамов ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ир-егеттәрҙе Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләп китте.
Был башланғысты райондың башҡа ауылдары ла күтәреп алырына ышаныс ҙур.