Беҙҙең Шәрәктә бер ни ҙә юҡ. Хатта йыйылышты ла Лағыр ауыл мәҙәниәт йортонда, үҙебеҙҙән 40-лаған кеше барып, үткәрҙек. Ауылыбыҙ бәләкәй, эш урындары юҡ, әммә йәш ғаиләләр бар, улар яңы йорттар һала, балалар үҫтерә. Кескәйҙәргә буш ваҡыттарын файҙалы үткәрер өсөн беҙҙә хәүефһеҙ урын кәрәк. Шуға ла ошо проектты яҡлап, дөйөм көс менән уйын майҙансығы булдырырға ине ниәтебеҙ. Әй һәм Шәрек йылғаларынан алыҫ булған ерҙә, хәүефһеҙерәк биләмәлә, урын һайлап ҡуйғанбыҙ. Был программаға ҙур өмөт бағлайбыҙ һәм барыбыҙ ҙа уны тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерер, тип ышанабыҙ.