Бөтә яңылыҡтар
23 Ғинуар 2018, 10:42

Исем һайлау – етди эш

Балаға исем ҡушыу – бик яуаплы эш. Сабыйға исем һайлағанда бик һаҡ булырға кәрәк. Сөнки кешенең исеме уның есеменә тура килеүе бар. Ул кешенең холоҡ-фиғелен, йәшәү рәүешен, эске донъяһын алдан билдәләй. Шулай уҡ исем ҡолаҡҡа ятышлы, башҡортса һәм русса яҡшы әйтелешле, яҙылышлы, мәғәнәле булырға тейеш.

Үкенескә күрә, һуңғы арала исем ҡушыу йолаһы ҡушамат тағыуға әйләнеп бара. Ят, мәғәнәhеҙ исемдәр Октябрь революцияhынан hуң килеп инә. Революция hәм Граждандар hуғышы халыҡ араһына бөтөнләй ят төшөнсәләр, билдәле булмаған hүҙҙәр алып килгән: революция, контра, кулак, буржуй, яңы тормош, аҡтар, ҡыҙылдар, ҡыҙыл йондоҙ hәм башҡалар. Тап ошо ваҡытта Галилей, Бруно, Томас, Уот, Тайлор, Камил, Ноэль, Ванцет, Клара, Роза, Рил, Радек, Фрунзе, Интерна, Кинталина, Капиталина hәм башҡа исемдәр барлыҡҡа килгән. Бик күп исемдәр Ленин, Октябрь революцияhына бағышлап уйлап табылған. Вил (Владимир Ильич Ленин), Вилена, Влаил, Вилера (В. И. Ленин и революция), Ленир (Ленин и революция), Револь, Люция (революция), Октябрина, Дамир (Да здравствует мировая революция), Замир (За мировую революцию), Радмир (Рады мировой революции), Зарема (за революцию мировую) hәм башҡалар. Бөгөн был исемдәрҙе йөрөткән кешеләр бихисап.

Хәҙер ҙә байтаҡ ата-әсә балаға исем ҡушыуға етди ҡарамай, «мода»ға эйәреп, үҙ балаhына мәғәнәhеҙ исем ҡуша. Бындай исемдәрҙе исем, тип тә әйтеп булмай. Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһында йәшәгән ғаилә сабыйҙарына БОЧ рВФ 260602 («Биологический Объект Человек рода Ворониных-Фроловых, родившийся 26.06.2002 года») тип ҡушҡан. Балаларға сәйер, насар исемдәр ҡушыуҙы тыйыр өсөн РФ Дәүләт Думаһы 2017 йылдың апрелендә яңы закон ҡабул итте. Законға ярашлы, исемдә һан, код, дата булырға тейеш түгел. Шулай уҡ исемдә тыныш билдәләре (дефисты бер тапҡыр ғына ҡулланырға була) булмауы мотлаҡ. Вазифа, титул, төрлө һөнәрҙәр (мәҫәлән, принцесса, король) менән дә сабыйҙы атау тыйыла. Шулай уҡ исемдә әшәке һүҙҙәр булмаҫҡа тейеш.

ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре әхлаҡ нормаларына тура килмәгән исемдәрҙе лә теркәүҙән баш тартырға хоҡуҡлы. Йыш ҡына ҡыҙға малай исемен, йә киреһенсә, малайға ҡыҙ исемен, хайуандар ҡушаматын (Тузик, Мурка) ҡушырға теләүселәр ҙә бар. Иң сәйер исемдәр араһында Люцифер, Бэтмэн, Лука-Счастье Саммерсет Оушен, Эрос, Мессия, Забава кеүек исемдәр осрай.

Салауат районы ЗАГС мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр районда барыһы 318 сабый тыуған. Иң йыш ҡушылған исемдәр булып малайҙар араһында – Даниэль, Арсений, Макар, Артур, Сыңғыҙ, Тамерлан, Ислам, ҡыҙҙар араһында Аделина, Сафыя, Айгөл исемдәре тора. Район халҡы араһында сәйер, ят исемдәр һайлаусылар ҙа бар. Ата-әсәләр 2017 йылда балаларына Ралина, Асель, Савва, Айдилә, Гордей, Наргина, Афина, Елисей, Кира, Радмила, Айлин, Ландыш, Ричард, Умар һәм Самирхан тип исем ҡушҡан. Шулай уҡ исемдәрен, фамилияларын үҙгәртеүселәр ҙә бар.


Һорау–яуап

– Балаға исем ҡушыу йолаһы тураһында һөйләһәгеҙ ине. Мосолман кешене ике төрлө атау дөрөҫмө?

Ләйсән ЗАКИРОВА, Мөрсәлим ауылы.

Һорауға Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН яуабын тәҡдим итәбеҙ.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Исем һайлауға килгәндә, матур, мәғәнәлеләргә, милләтте, динде аңлатҡандарға өҫтөнлөк биреү, уйлап ҡушыу зарур.Сабый донъяға килгәс, ата-әсә ҙур шатлыҡ менән туғандарын, ҡәрҙәштәрен йыйып, күркәм табын ҡороп, байрам уҙғара. Исем туйына шулай уҡ мәсеттең имамы йә башҡа дини белгес саҡырыла. Ул иң тәүҙә баланың уң яғына баҫып, ҡиблаға ҡарап, уң ҡолағына аҙан әйтә. Унан һул яҡтан ҡамат төшөрөлә. Артабан баланың ике ҡолағына исеме, "бисмиллаһ" әйтелеп, доға ҡылына, изге теләктәр юллана.

Элек Исламдағы был изге ғәмәл өйҙә башҡарылған. Хәҙер күптәр мәсеттә уҙғара башланы. Иман йорттарында тыуыу тураһында таныҡлыҡ та бирелә.

Кешене ике төрлө исем менән атау "дөрөҫ түгел" тип яуап бирер инем. Ысынлап та, диндә яңы һүҙ һөйләүселәр араһында бер фекер барлыҡҡа килде: имеш, кешегә ике исем ҡушырға мөмкин, уларҙың береһе йәшерен була, хужаһы ғына белә. Икенсеһе иһә — ғөмүм. Бындай йола христиандарҙа бар, әммә Исламға ул бөтөнләй хас түгел. Аллаһтың изгелеге килә торған булһа, ул һис ниндәй йәшерен исемгә ҡарамаҫ.

Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Хоҙай Тәғәлә һәммәбеҙгә лә изге ғәмәлдәр ҡылып, тура юлдан барырға, исемебеҙҙе аҡлап йәшәргә насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

Читайте нас: