Беҙҙең изге ниәтте тормошҡа ашырыуҙа төп ярҙамсыларыбыҙ – Ахун ауылынан ҡул эштәре оҫтаһы Филүзә Хөснөтдинова һәм Урмансы ауылының данлы “Етегән” халыҡ ансамбле булды. Мәктәптең заманса матур залында йыйылған төрлө быуын вәкилдәре, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар, был фәһемле осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалды. Районыбыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеүселәренең башлап йөрөүсеһе, илһөйәр рухлы замандаштарыбыҙҙың береһе, вазифаһы менән генә түгел, йөрәк ҡушыуы, аң-зиһене талабы буйынса үҙенең йәмәғәт эшмәкәрлеген Салауат еренең илаһи хозурлығын данлауға, башҡаларға аңлатыу эштәренә һәм пропагандалауға бағышлаған Зилә Садиҡова әҙерләп күрһәткән “Янғантау” геопаркы тураһындағы электрон презентацияға бер кем дә битараф ҡалманы. Салауат еренең көндәлек рәүештә күнегеп бөтөлгән үҫемлектәр донъяһы – аяҡ аҫтыбыҙҙа ятҡан Бөтә Рәсәй Ҡыҙыл китабы икән дә ул! Күрер күҙгә әллә ни түгел тауҙарыбыҙ – еребеҙҙең геологик һәйкәлдәре, эсәр һыуҙарыбыҙ, һаҙлыҡтарыбыҙ, шишмәләребеҙ – һәр береһе хазина!
“... Тәбиғәт феномены – Янғантауҙағы һәм уның тирә-яғындағы күп төрлө бай тәбиғәт өлгөләрен һәм үҙенсәлекле мөхитте һаҡлап ҡалыу, уның киләсәге өсөн хәүефләнеүҙән килеп тыуҙы ла инде. Тәбиғәт байлыҡтарын тәләф итеү, үҙбелдекле ҡулланыуға нимәнелер ҡаршы ҡуйырға кәрәк бит. Тәбиғәт геопаркы – ошо маҡсатҡа тап килеүсе иң ҡулайлы форма” (“Янғантау” шифаханаһы директоры А. Р. Аҡбашевтың “Российская газета”ның 28.12.2017й. интервьюһынан).
Геопарк шунда йәшәгән бар халыҡҡа хәленән килгәнсә ҡатнашыу мөмкинлеге бирә. Халыҡ кәсептәрен тергеҙеп, урындағы йолалар, аш-һыу өлгөләре менән туристарҙы хеҙмәтләндереү өлкәһендә бөгөндән үк берләшергә кәрәк. Районыбыҙҙа был юҫыҡта танылып өлгөрөүселәр ҙә бар. Ахун ауылы ағинәйҙәре берләшеп, “Ҡаратау биҙәктәре” исемле кооператив асҡан. Шул идеяның авторы һәм төп оҫтаһы Филүзә Хөснөтдинова (һүрәттә) залда ултырыусылар менән үҙ тәжрибәһен уртаҡлашты һәм оҫталыҡ дәресе лә бирҙе. Ҡунаҡтың күҙҙең яуын алырлыҡ тамбур сигеүле алъяпҡыстары, тәңкәләренең сихри балҡышлы һаҡалдарын күреп кенә түгел, үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарап һоҡланды хужалар. Шунда уҡ мауығып китеп, үҙҙәре лә ҡул эштәренә тотондо, кемуҙарҙан һорауҙар яуҙырҙылар, йәнле фекер алышыу майҙанына әйләнде зал. “Үҙ ҡулығыҙ менән эшләнгән милли әйберҙе кейеп алһағыҙ, шунда уҡ үҙегеҙҙе башҡорт ҡатын-ҡыҙы, милләт ағинәйе итеп тоя башларһығыҙ!” – тип тамамланы Филүзә Рәшит ҡыҙы һүҙен.
Урмансы ауылының күптән танылыу алған “Етегән” халыҡ ансамбленең сығыштарын район күләмендә, республикала йыш күрәбеҙ. Әлкә ауылы халҡын таң ҡалдырып, сағыу һәм зауыҡлы тамаша күрһәтте урмансылар. Һөнәрҙәре төрлө-төрлө булып та, ижади маҡсаттары, рух үҫештәре уртаҡ булған берҙәм коллективтың һәр сығышы алҡыштарға күмелде. Коллективтың ижади етәксеһе, етмеш төрлө һөнәр эйәһе Сафуан Сәйетғәлин ЮНЕСКО ҡунаҡтарын ҡаршылау өсөн нисек итеп ике тәүлек эсендә этнойорт эшләп ҡуйғандарын һөйләне, килтергән ҡул эштәре менән таныштырҙы. Һәр эштең үҙәге, тотҡаһы булырлыҡ ышаныслы кешеһе булырға тейеш икәненә тағын бер инанаһың Сафуан Лоҡман улының өлгөһөндә. Кешелекле, кеселекле, эшлекле юлбашсы эргәһенә уңғандар туплана.
Район башҡорттары ҡоролтайы ултырышты ойоштороу һәм үткәреүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн Әлкә мәктәбе коллективына ҙур рәхмәт белдерә. Беҙҙе һәр саҡтағыса асыҡ күңел менән йылы, яҡты, таҙа бинала ҡаршыланылар. Халыҡты йәлеп итеп, бөтә ауылдарҙан да кешеләр йыйҙылар, ҡунаҡсыллыҡ йолаларын да еренә еткереп атҡарҙылар. Аңлашыусанлыҡ һәм берҙәмлек принциптарына тоғро мәктәп директоры Әлфиә Ниғәмәт ҡыҙы Садиҡованың ойоштороу һәләтенең матур һөҙөмтәһе был. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ – ысынлап та шулай.
2018 йылда ла, планға ярашлы, район ҡоролтайы үҙенең ултырыштарын төрлө ауыл биләмәләрендә дауам итәсәк. Тик ятҡан таш аҫтынан һыу аҡмай. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә. Беҙҙең өсөн йүрмә ул – һәр яҡтың үҙенә генә хас проблемалары, йолалары, кешеләренең йәшәйеше. Ә бөтөнөһө бергә ул беҙҙең тыуған төйәгебеҙҙең тормошо: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге.