Талҡан – туҡлыҡлы, көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған ризыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: боронғо кәсепте бөгөнгә тиклем һаҡлаусыларҙы, талҡан эшләүселәрҙе әле лә арабыҙҙа осратырға мөмкин. Шундай оҫталарҙың береһе – Ишембай ауылынан Флиза Ғарипова. Ул 25 йылдан ашыу китапханала эшләй.
– Был үҙенсәлекле ризыҡтың файҙаһы бик күп. Талҡанды эшкәртеү өсөн организм артыҡ энергия сарыф итмәй. Шуға ла ул мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға талҡан икеләтә файҙалы. Шулай уҡ был ризыҡ төрлө витаминдарға, микроэлементтарға бай, – ти уңған хужабикә.
Элегерәк талҡан тартыу өсөн ағас тирмә ҡулланғандар, ә хәҙер кофемолка ла ярай. Бойҙайҙан он эшләгәндән һуң, аҡ майҙы иретәбеҙ, әҙерәк кенә һыу, шәкәр, тоҙ өҫтәргә мөмкин. Ҡатнашманан бәләкәй генә түңәрәктәр яһап, уларҙы һауытҡа теҙергә кәрәк. Бер аҙ һыуытып алғандан һуң тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡты табынға бирергә мөмкин.
Ризыҡтың рецебы ябай ғына булһа ла, талҡанды эшләү өсөн оҫталыҡ кәрәк. Флиза Сәғит ҡыҙы эшләгән талҡанды олоһо ла, кесеһе лә ярата. Бигерәк тә өләсәләренең талҡан, төрлө аш-һыу бешергәнен ейән-ейәнсәрҙәре көтөп ала. Шулай уҡ уңған хужабикә бешергән милли аш-һыу һабантуйҙа, төрлө күргәҙмәләрҙә өлгө булараҡ күрһәтелә.
Флиза Ғарипова кеүек апайҙар был боронғо кәсепте бөгөнгә тиклем һаҡлап, уны йәш быуынға еткерә лә инде.