Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2018, 15:12

Тормоштан йәм табып йәшәй

Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Әлиә Дәүләтхан ҡыҙы үҙен эшенә талапсан, яуаплы ҡарауы, һәр уйлаған эшен еренә еткереп башҡарыуы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас баҫалҡылығы, аҡыллылығы, сабырлығы, тыйнаҡлығы менән айырылып тора.

Ул 1963 йылдың 18 ғинуарында райондың хозур тәбиғәтле, Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан Ташауыл ауылында күп балалы ғаиләлә 4-се бала булып донъяға килгән. Ауылында башланғыс, Урмантауҙа урта мәктәпте тамамлай. 1980-1985 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетының рус-башҡорт бүлеген уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын үҙенең туған мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы булып башлай. Ғаилә хәле буйынса Малаяҙға күсеп килгәс, 2006 йылдан башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте дәрестәрен алып бара. Башҡорт һәм рус телдәрендә иркен аралашыуы, ике милләт халҡының да мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, сәнғәтен, тарихын юғары кимәлдә белгән юғары категориялы уҡытыусы күп сараларҙың комиссия ағзаһы. Уның уҡыусылары район һәм республика кимәлендә үткән олимпиада еңеүселәре, конкурстар, бәйгеләр призерҙары.
Райондағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ижади төркөм ағзаһы булараҡ, һәр сарала, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа федераль белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы төҙөлгән йөкмәткеле дәрестәре, сығыштарын коллегалары менән уртаҡлаша. Ул һәр ваҡыт халҡыбыҙҙың үткәненә, тарихына мөрәжәғәт итә, бөгөнгөһө менән бәйләй, уҡыусыларҙа башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләй. Методик яҡтан дөрөҫ итеп ойошторолған дәрестәрендә тыуған еребеҙгә, уның бөйөк шәхестәре өлгөһөндә белемле, рухлы, кешелек сифаттарын юғалтмай, заман менән бергә атлаусы намыҫлы, маҡсатлы уҡыусылар тәрбиәләй. Әлбиттә, уҡытыусының эш сифатының күрһәткесе уның уҡыусылары.
Әлиәнең ирҙәргә хас саялығын да әйтмәй булмай. Малаяҙҙа күҙҙең яуын алып торорлоҡ йорт төҙөп ҡуйҙы. Өй алдын шау сәскәләр биҙәй. Изге күңелле Әлиә атаһын да, әсәһен дә үҙе ҡарап, тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатты. Бәлки уларҙың рәхмәте лә ҡыҙҙарына шулай матур йәшәргә юл күрһәтәлер. Ике ҡыҙына бүләк иткән йөрәк йылыһы үҙенә лә оло һөйөү, сикһеҙ хөрмәт, ҡыуаныс булып әйләнеп ҡайта. Ҡыҙҙары икеһе лә юғары белемгә эйә. Эльвира – Малаяҙҙа Күп функциялы үҙәктә баш белгес. Кесе ҡыҙы Лилиә әсәһе юлын һайлаған, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
32 йыл хеҙмәт стажы булған уҡытыусы “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемде ғорур йөрөтә.
Ғүмер буйы арымай-талмай эшләү, ғаилә ҡороу, ике ҡыҙына таяныс-терәк, беренсе ярҙамсы һәм кәңәшсе булыу, туған-тыумасаларға ла ихлас күңелле туған булыу кеүек сифаттар Әлиәне бөгөн тағы ла матурлай. Уңған, таҙа, бөхтә, аш-һыу оҫтаһы, асыҡ йөҙлө, киң күңеллелеге менән барыһына ла өлгө ул.
Ошо көндәрҙә 55 йәшлек юбилейын билдәләгән Әлиәнең күркәм сифаттарын һанап бөтөрлөк түгел. Тормоштан йәм табып, кешеләргә ҡылған изгелектәрең үҙеңә мең тапҡыр кире ҡайтһын, яңынан-яңы уңыштар яулап йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: