Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2018, 15:15

Иң мөһиме – программаға инеп ҡалыу

Әлкә ауылы халҡы быйыл да мәҙәниәт усағын капиталь йүнәтеүҙе һайланы

Республикала урындағы баш­ланғыстарҙы яҡлау прог­рам­маһы уңышлы эшләй. Был йәһәттән Cалауат районында ла әүҙем эш алып барыла. Мәғлүм булыуынса, про­ектты ауыл халҡы үҙе билдәләй һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан бүлен­гән аҡсаға халыҡ һәм бағыусылар ҙа үҙ өлөшөн индерә.
Әлкә ауылы халҡы бына инде нисә йыл рәттән клубты ремонтлау теләге менән яна. Был программала әлкәләр былтыр ҡатнашып, үтә алмаһа ла, улар өмөттәрен өҙмәй. Шул көндәрҙә ауылда үткәрелгән йыйылышта ауыл халҡы программала тағы ла бәхетен һынап ҡарарға тигән ҡарарға килде. Әлкә ауылы биләмәһе башлығы Руслан Низамов халыҡҡа программа тураһында ентекләп аңлатты. Халыҡ йыйылышта дәррәү ҡатнашты, ауылда булған бер нисә проблеманы фекер алышыуға сығарҙы. Мәҫәлән, Ләлә Кәримова һыу мәсьәләһе өҫтөн тип билдәләһә, Ришат Зиннуров клубты ремонтларға кәрәк тине. Вил Сиражев йәштәр, балалар өсөн спорт майҙансыҡтары, комплекс булдырыу ниәте менән сығыш яһаны. Шулай уҡ ауылда законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыуҙы туҡтатыу, шишмәләрҙе төҙөкләндереү кеүек тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Ә шулай ҙа тауыш биргәндән һуң әлкәләрҙең күбеһе мәҙәниәт усағына мохтаж булыуы асыҡланды. Йыйылыш барышында инициатив төркөм һайланды.
Сара барышында әүҙем булған кеүек, Әлкә халҡы йылдамлығын юғалтмай, проектты тормошҡа ашырып, клубты төҙөкләндерер, тип ышанғы килә.
Читайте нас: