Бөтә яңылыҡтар
29 Декабрь 2017, 15:40

Яҡшы уҡыусыларға – хакимиәт башлығы стипендияһы

Район мәҙәниәт йортонда балалар өсөн хакимиәт шыршыһы байрамы ойошторолдо. Шыршы тирәләй әйләнеп, күңел асырға район мәктәптәренең уҡыу алдынғылары, төрлө конкурс, ярыштар еңеүселәре – бөтәһе 100-ҙән ашыу һәләтле бала йыйылғайны.

Сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров ҡатнашты һәм балаларҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алған байрам менән ихлас ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ ул район хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ булған һәләтле балалар Артур Аҙналинға (Мөрсәлим), Аделина Әхмәтшинаға, Изабелла Байбуринаға (Малаяҙ башҡорт гимназияһы), Наҙгөл Ғәлимоваға (Арҡауыл), Наҙгөл Отузоваға (Янғантау) Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә ҙур еңеүҙәргә ирешкән бер төркөм балалар сертификат менән бүләкләнде.
Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева ла балаларҙы байрам менән тәбрикләп, башҡорт халҡының милли өлгөләрен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә индергән өлөшө өсөн Диана Фәтҡуллинаға (Мәсетле) һәм Батыр Камалетдиновҡа (Әлкә) китап тапшырҙы.
Артабан Сибай “Сулпан” балалар театры артистары уҡыусыларҙы сихри әкиәт донъяһына саҡырҙы. Балалар әкиәт геройҙары һәм Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән бергәләшеп төрлө мөғжизәле ваҡиғалар уртаһында ҡайнаны, шыршы тирәләй бейене, йырланы, матур-матур бүләктәр алып ҡыуанды.
Читайте нас: