Мәсетле ауылы Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыуы – ирле-ҡатынлы Айбулат һәм Зилира Сабировтар бәйгегә бик яҡшы әҙерләнгәйне. Улар ижади конкурстарҙа ла һынатманы, үҙҙәре менән биш кешенән торған яҡлаусы төркөм дә килтергәйне. Шуларҙы иҫәпкә алып, жюри Сабировтарҙы еңеүсе тип иғлан итеп, аҡсалата сертификат менән бүләкләне. Миәшәгәрҙән Альберт һәм Луиза Садиҡовтар – “Иң яҡшы образ”, Нәсибаштан Редик Ситдиҡов менән Айгөл Вәлиәхмәтова, Тирмәндән Денис Әлибаев, Вилена Мөхәмәтова – “Яңы йыл сюрпризы”, Балалар ижады йортонан Владимир Пестриков менән Лилиә Харрасова – “Иң яҡшы уйын программаһы”, Малаяҙ башҡорт гимназияһы Ҡыш бабайы Олег Сергеев һәм Ҡарһылыу Зәлифә Хәкимова “Оригиналь ҡотлау” номинацияһында билдәләнде.
Район мәҙәниәт бүлеге һәм мәҙәниәт йорто, Яңы йыл алдынан ошондай сара үткәреп, балаларға ла, өлкәндәргә лә оло бер байрам ойошторҙо. Малаяҙ ауылының төп шыршы торған үҙәк майҙаны был көн шау-гөр килде.