Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2017, 11:27

Үҙ эшен башлаған, ә дәүләт ҡеүәтләгән

Йәш фермер Илнур Камалов республика грантына малсылыҡ йүнәлешен үҫтерә

Мәсетле ауылы егете Илнур Камалов биш йыл элек фермер хужалығын ойоштора. Ул 2012 йылда, яңы эш башлаған фермер булараҡ, БР Ауыл хужалығы минис­трлығының 1,3 млн. һумдан ашыу күлә­мендә грантын ота. Дәүләт ярҙамы алғас, уңған егет малдарын ишәйтеп, техникаһын да яңырта.
– Башлағанда, биш атыбыҙ һәм ҡулдан алған иҫке генә тракторыбыҙ бар ине, – тип һөйләп алып китте Илнур Илдар улы. – Ә республика гранты бирелгәс, КУН-ы менән өр-яңы “МТЗ-82” тракторы, рулонлы пресс-йыйғыс, тырма һәм башҡа тағылмалы инвентарь һатып алдыҡ. Шунан инде малдарҙы күбәйтеп, ит йүнәлешенә ныҡлап тотондоҡ.
Бөгөн йәш фермерҙың Көҫәпәй ауылы янындағы ҡураларында 30 баш мал: 15 һыйыр малы һәм тағы шунса йылҡы аҫырала. Унан башҡа, тиҫтәгә яҡын башмаҡтар һимертергә ҡуйылған. Илнурға атаһы Илдар Нур улы һәм һеңлеһе менән кейәүе лә ошондай ҙур хужалыҡты алып барыуҙа ярҙамлаша. Ҡеүәтле техника һәм күмәк көс менән йәйге осорҙа малға аҙыҡты етәрлеге менән әҙерләйҙәр. Камаловтар итте “Янғантау” шифаханаһына тапшыра.
– Ауылда мал тотоп йәшәргә була. Киләсәктә бейә ҡымыҙы бешеүҙе яйға һалырға, тигән уйыбыҙ бар, – ти Илнур, пландары менән уртаҡлашып.
Уға өс ярҙамсы ла үҫеп килә. Ҡатыны Азалия Марс ҡыҙы менән Динар, Илнар һәм Арсен исемле улдар тәрбиәләйҙәр. Илнур кеүек тәүәккәл һәм тырыш йәштәр бөгөн ауылдың киләсәге ул.
Читайте нас: