Бөтә яңылыҡтар
21 Декабрь 2017, 15:28

Яхъяларға Яңы йыл бүләге

Ауылда балалар баҡсаһы һәм интернат асылды

Ниһайәт, Яхъя ауылында былтыр төҙөлә башлаған мәктәп яны интер­наты һәм балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Тантанала республика һәм район етәкселеге, уҡытыусылар, балалар һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Объект социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында һалынды. Төҙөлөш эштәрен Өфөнөң “Капитал Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып барҙы.
Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов районда башҡарылған төҙөлөш эштәре тураһында һөйләп үтеп, киләсәктә лә халыҡ мәнфәғәтендә күп нәмә эшләнәсәк, тине. Шулай уҡ Марс Фәррәх улы төҙөлөш эшендә әүҙем ҡатнашҡандарҙы Маҡтау грамоталары менән билдәләп үтеп, мәктәпкә ноутбук бүләк итте.
Социаль маҡсатлы программалар фонды директоры Асҡар Ноғоманов, “Башнефть” компанияһының власть органдары менән бәйләнеш директоры Рушан Сәйетов, Республика капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе Ғәфүр Ҡолмырҙин, “Капитал Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Алексей Лисин, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты бүлеге етәксеһе Алик Нуғаев, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов барыһын да был әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлап үтте. Мәғариф бүлеге начальнигы Нелли Рәхмәтуллина иң изге теләктәрен еткереп, интернатҡа китаптар һатып алыу өсөн ун мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Мәктәп директоры Гөлнур Абдуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф һәм Рәсәй дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Зилә Яппарова, күп балалы әсә Әлфирә Камалова яңы бинаны төҙөү һәм сафҡа индереүҙә ҙур көс һалғандарға рәхмәттәрен белдерҙе.
Баҡса һәм интернатты асып, таҫманы киҫкәс, ҡунаҡтарға бина буйлап экскурсия ойошторолдо. Иркен, матур, яҡты бүлмәләр иң алдынғы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Баҡсала физкультура һәм музыка залдары булдырылған, уйынсыҡтар, уңайлы карауаттар урынлаштырылған. Шулай уҡ унда буфет, кейенеү, кейем үтекләү һәм башҡа бүлмәләр бар. Интернат та заман талаптарына ярашлы итеп эшләнгән. Йәшәү өсөн бүлмәләр, дәрестәр әҙерләү, йыуыныу, дежур тәрбиәсе, методист, тышҡы кейем һәм аяҡ кейеме киптереү, кейем йыуыу һәм киптереү, ҡыҙҙар өсөн гигиена бүлмәләре бар. Шуныһы бигерәк тә ҡыуандыра: интернатта йәшәүселәр мәктәпкә йылы үткәүелдән генә бара ала. Ғөмүмән, ике ҡатлы бинала балалар, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар өсөн бөтә шарттар булдырылған. Балалар баҡсаһы 20 урынға, интернат та шунса балаға иҫәпләнгән.
Яхъялар, ҡыуанысын йәшермәй, ҡунаҡтарға йыр, бейеүҙәр бүләк итте. Баҡсалы булған бәләкәстәр ҙә саранан ситтә ҡалмай, шиғырҙар һөйләп ишеттереп, һуңынан үҙҙәренең уйын бүлмәһенә йүгерҙе. Балалар баҡсаһына ата-әсәләр һәм шәхси эшҡыуарҙар Рөстәм Сиражев, Рәдиф һәм Айнур Фәтҡуллиндар, Анфиса Ялалова уйынсыҡтар һәм башҡа әйберҙәр бүләк иткән. Кескәйҙәр яңы баҡсаға һәм бүләктәргә ҡыуанып, уйынға тотондо. Яңы асылған бинала күңелле тормош башланды.
Читайте нас: