Бөтә яңылыҡтар
30 Ноябрь 2017, 15:56

Ир-егеттең кемлеге эштә беленә

Ахун ауылы йүнселе Ралиф Йыһанғәлин төҙөкләндереү эштәрендә лә ҡатнаша, фермер хужалығын да алып бара

Фермер булыу һәр кемгә бирелмәй. Бөгөн ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр күп түгел. Был аңлашыла ла, сөнки көндө төнгә ялғап, яланда тир түгеү, мал аҫырау өсөн ныҡышмалылыҡ, сыҙамлылыҡ һәм физик көс талап итә.
Ахун ауылында йәшәүсе Ралиф Йыһанғәлин, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы кеүек ауыр тармаҡҡа тотонған. Булдыҡлы ир бер нисә йыл рәттән Мәсетле ауыл биләмәһенең һыу селтәрен хеҙмәтләндерә. Ауыл биләмәһе башлығының уң ҡулына әйләнгән тырыш ир уҙаманы ауылға юл һалыу, сүплекте таҙартыу һәм башҡа эштәрҙе уңышлы башҡара. Мәҫәлән, быйыл Ралиф Фән улы бригадаһы менән Мәктәп, Яңы Төҙөлөш урамдары юлдарына таш түшәне. Әле Ахун зыяратының тирә-яғын кәртәләп, уны тулыһынса яңыртыу эштәре бара.
Быйыл ул тәүәкәлләп, үҙ эшен булдыра: булдыҡлы ир үҙенең крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығын асҡан. Ралиф Йыһанғәлин техника һатып ала, бөгөн уның хужалығында төрлө ҡорамалдары менән “ЗИЛ -130” йөк машинаһы, “ЮМЗ-6”, “МТЗ” тракторҙары бар. Ралиф Фән улының бар башланғыстарын уның хәләл ефете Лилиә Урал ҡыҙы хуплап, ярҙам итеп тора. Өлгөлө ғаилә өс бала тәрбиәләй.
Йәш, көс-ҡеүәте ташып торған фермерҙың уй-маҡсаттары яҡты. Яҡын киләсәктә ул ҡошсолоҡ менән шөғөлләнергә, мал һанын арттырырға, шулай уҡ ер эшкәртергә ниәтләй.
Читайте нас: