Тарихтан билдәле булыуынса, Лағырға 1712 йылда Уасҡын ауылы булараҡ нигеҙ һалынған. Ул ваҡытта ауыл Әй йылғаһының аръяғында урынлашҡан булған. 1739 – 1740 йылдарҙағы Ҡараһаҡал етәкселегендәге башҡорт ихтилалы баҫтырылғандан һуң ул яндырылған. Ауыл 1740 йылда әле бөгөнгө урынлашҡан ерҙә Лағыр атамаһы менән тергеҙелгән…
Бына ошо хаҡта һөйләй ауыл осона ҡуйылған һәйкәл. Ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән стелалағы алтын хәрефтәр менән “Лағыр 1712 йыл” тигән яҙыу юлсыларҙы алыҫтан уҡ сәләмләп ҡаршы ала. Унда боронғо башҡорт халҡының көнитмешен сағылдырған һүрәт-биҙәктәр ҙә төшөрөлгән. Ә аҫтағы таҡтаташҡа башҡорт һәм рус телдәрендә ауылдың барлыҡҡа килеүе тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙылған.
– Был һәйкәлде төҙөтөү ауылыбыҙ аҡһаҡалы, ветеран-уҡытыусы, хәҙер мәрхүм инде, Тельман Вәлиевтың хыялы ине. Беҙ уның был изге васыятын үтәнек, тиергә мөмкин, – тине стеланы асыу тантанаһында Лағыр ауыл биләмәһе башлығы Зәбир Ситдиҡов. – Дөйөм көс менән бик мөһим эште башҡарып сыҡтыҡ. Йәш быуын үткәнен, тарихын белергә тейеш.
Сарала мәктәп уҡытыусылары, балалар, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
– Лағыр ауылының тарихы бик бай. Ул Тырнаҡлы ырыуының төп ауылы булған, бөтәһе туғыҙ ауыл кергән, – тип тарих менән таныштырып үтте мәктәп директоры Ринат Ситдиҡов.
Стела төҙөүҙә төп бағыусы ярҙамын эшҡыуар Илнур Ғирфанов күрһәткән. Зәбир Ситдиҡов буласаҡ мемориалдың дизайнын эшләгән. Рөстәм Тажетдинов йөҙләү кирбестәре менән тәьмин иткән. Төҙөлөш бер нисә ай эсендә атҡарылған. Бетон нигеҙгә таш блоктар күтәреп, кирбес менән йөҙләнгән. Алтын төҫөндәге хәрефтәр һәм башҡа яҙыуҙарын Силәбе өлкәһенең Трехгорный ҡалаһында эшләткәндәр. Төҙөлөш эшендә Маис Хәкимов, Рифат Нурмөхәмәтов, Марат Сафин, Франгил Бәширов, Йәлил Фәхретдинов, Рамазан Бикмөхәмәтов һәм Ришат Ниғмәтйәнов әүҙем ҡатнашҡан. Сара барышында бағыусылар һәм эшселәргә ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.