Бөтә яңылыҡтар
10 Ноябрь 2017, 12:41

Ауыл хужалығы эшсәндәренә – дан һәм хөрмәт!

Игенселәр, малсыларҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

Йыл һайын яланда эштәр тамамланғас, районда Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө билдәләнә. Тантаналы сара район мәҙәниәт йортонда үтте.
– Йыл ауыр килеүгә, уңыш йыйыу кампанияһының ҡатмарлы булыуына, күп көс һәм ваҡыт талап ителеүенә ҡарамаҫтан, уны уңышлы һәм сифатлы тамамланыҡ. Электән ауыл хужалығы тармағында эшләүселәрҙең хеҙмәте иң ауыр тип һаналған. Яландарҙа тырышҡан эшсәндәргә рәхмәтемде белдерәм, – тине ҡотлау телмәрендә район хакимиәте башлығы Марс Кашапов.
БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов сығышында ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса республика күрһәткестәре менән таныштырып үтте.
– Районда барыһы 27 мең гектар ер эшкәртелә, 10 ауыл хужалығы предприятиеһы, 158 крәҫтиән- фермер хужалығы иҫәпләнә. Ун ай эсендә тулайым продукция күләме 1 млрд 174 миллион һум тәшкил итте, – тип доклад менән сығыш яһаны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хамматов.
Фиҙаҡәр хеҙмәте, юғары күрһәткестәр өсөн ауыл хужалығы предприятиелары һәм шәхси эшҡыуарҙар араһында 1-се дәрәжәле диплом менән “Таймый” агрофирмаһы (директоры – Илдар Заһиҙуллин) һәм Владик Нәбиуллин (Лаҡлы), 2-се – “Братья Пономаревы” агрофирмаһы һәм Алег Хәмиҙуллин (Шәрип), 3-сө “Простор” ауыл хужалығы предприятиеһы ( директоры – Ралиф Хөснөтдинов) һәм Артем Федоров бүләкләнде.
Тантаналы сарала тырыш ком­байнсыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Комбайнсылар конкурсында ҡатнашып, 1-се урынға лайыҡ булған Рәфил Әхмәтшин (“Таймый” агрофирмаһы), 2-се – Фуат Минһажев (Алег Хәмиҙуллин крәҫтиән- фермер хужалығы) һәм 3-сө урын яулаусы Андрей Теплых (Артем Федоров крәҫтиән- фермер хужалығы) Маҡтау грамоталарына һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. “Янғантау” шифаханаһы директоры урынбаҫары Ринат Әбдрәшитов иң изге теләктәрен еткереп, шифаханала ял итеү хоҡуғын биргән сертификаттар тапшырҙы. 50 мең һумлыҡ таныҡлыҡҡа водитель Риф Ғибаҙуллин, тракторсы-машинистар Әбүзәр Исмәғилев, Валерий Ниғмәтуллин, Ришат Хәлилов һәм малсы Леонид Тимошенко эйә булды.
Башҡа ауыл эшсәндәре лә Ауыл хужалығы министрлығы, район Советы һәм район Хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән тәбрикләнде. Байрам сараһы сағыу концерт менән тамамланды.
Читайте нас: