Бөтә яңылыҡтар
2 Ноябрь 2017, 09:09

Закон көсө – уны башҡарыуҙа

1 ноябрь – Суд приставтары көнө

Белешмә
Вадим Марат улы Ғималетдинов 1988 йылда Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Ике юғары белемгә эйә: 2010 йылда М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетын, 2014 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын тарих уҡытыусыһы булып башлай, 2013 йылдан Мәсетле районы суд приставы, 2014 йылдан шунда уҡ бүлек мөдире, 2017 йылдың 29 майынан Салауат районы cуд приставтары бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнгән. Өйләнмәгән.


Быйыл Федераль суд приставтары хеҙмәтенә 152 йыл тула. Быуат ярым ваҡыт эсендә хеҙмәттең бай традициялы тарихы барлыҡҡа килгән.

Районыбыҙҙа ла был тармаҡта үҙ ветераныбыҙ бар, оҙаҡ йылдар суд приставы етәксеһе булып Абрик Йәнтүрин намыҫлы хеҙмәт итте. Бөгөн Салауат районы суд приставы бүлеге коллективында йәш, энергиялы хеҙмәткәрҙәр эшләй. Бүлеккә йәш, өмөтлө егет – Вадим Марат улы Ғималетдинов етәкселек итә. Начальник урынбаҫары Светлана Сабитова, суд приставы хеҙмәткәрҙәре Ренальд Рамазанов, Рөстәм Ғәлимов, Айрат Ҡазиханов, Алия Вәлиева, Валерик Мөсәлимов, Элиза Ғофранова, Гөлзирә Вәкилова, Валерик Ғәлимов үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы үтәй.

Бөгөн суд приставы -башҡарыусылары ҡарамағында 5854 үтәтеү документы бар. 4265 башҡарыу документы тулы күләмдә үтәлгән, йәғни был 34 179405 һум бурыс түләттерелгән тигән һүҙ. 2017 йылдың 9 айында Башҡортостан Республикаһы бюджетына 8 708475 һум күсерелгән. Был осорҙа өс кешегә 250000 һум күләмендә түләнмәгән эш хаҡы ҡайтарылған.

Быйыл алимент түләттереүгә 414 башҡарыу документы килгән, шуларҙың 114-те теүәлләнгән. 2546 бурыслыға Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыу тыйылған, шуларҙың 58-ҙе – алимент түләмәүселәр.

Суд приставтары закон көсө – уны башҡарыуҙа принцибына таянып эшләй.


Читайте нас: