Салауат районы Советы депутаттары корпусының ғәмәлдәге 15 депутаттан торған составы 2016 йылдың 18 сентябрендә үткән муниципаль һайлауҙарҙа барлыҡҡа килде. Яңы саҡырылыш депутаттар корпусы составында бер аҙ үҙгәрештәр ҙә булды. Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнеү сәбәпле, быйыл мартта 3-сө һайлау округынан депутат Марс Кашапов вәкәләтен туҡтатты. Апрелдә иһә 6-сы округтан Евгений Катин үҙ теләге менән китте. Быйыл 10 сентябрҙәге өҫтәмә һайлауҙарға тиклем, район Советы депутаттары корпусында 13 кеше эшләне. Райондың “халыҡ һайланыусылары”ның эшмәкәрлеге тураһында беҙ район Советы секретары Андрей СЕРГЕЕВ һәм депутаттар Илмир ҒӘЗИЗОВ, Урал ҒИМАЕВ, Валерик СӘХӘҮЕТДИНОВ, Римма ГӘРӘЙШИНА менән әңгәмәләштек.
– Андрей Петрович, район Советы секретары булараҡ, Һеҙгә депутаттарҙың эше яҡшыраҡ таныштыр?
– Депутаттар даими комиссиялар һәм Совет ултырыштары аша үҙҙәренең эшен дауам итә. Улар норматив-хоҡуҡи акттар проекттарын төҙөй, Совет ҡарарҙары үтәлешен контролдә тота.
Үҙҙәренә ышанып тапшырылған биләмәләрҙә һайлаусыларҙан килгән һорауҙарҙы ҡарап, ваҡытында хәл итәләр. Депутатлыҡ эшмәкәрлеге район Советы ултырыштарында ҡатнашыу менән генә сикләнмәй бит. Граждандарҙы ҡабул итеп, урындағы үҙидара органдарын үҫтереүгә тәҡдимдәрен индерәләр, биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫеше, төҙөкләндереү, халыҡты транспорт, медицина хеҙмәтләндереүе мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнашалар. Депутаттарҙың эшмәкәрлеге халыҡ менән эшләүгә ныҡ бәйләнгән.
– Илмир Урал улы, Арҡауыл буйынса 2-се һайлау округында Һеҙ 2012 йылдан бирле депутат булып тораһығыҙ. Ошо округтың хәлен үҙгәртерлек ғәмәлгә ашырылған проекттар буйынса ниндәй миҫалдар килтерә алаһығыҙ?
– Эйе, минең район Советындағы депутатлыҡ эшмәкәрлегем 2012 йылдың октябренән башланды. 2016 йылдың сентябренән дүртенсе саҡырылышҡа яңынан һайландым. Йыл һайын ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә халыҡты борсоған мөһим мәсьәләләр хәл ителә. Үҙемдең 4-се саҡырылыштағы депутатлыҡ эшмәкәрлегемдәге тормошҡа ашырылған проекттарға туҡталып китәм.
2016 йылда Арҡауыл ауыл биләмәһендәге, Йүрүҙән йылғаһы эргәһендәге Йәшлек шишмәһен төҙөкләндерҙек. Сығанаҡ таҙартылып, нигеҙен ҡороп, яңы бура күтәреп, тирә-яғы кәртәләнде. “Йәшә, шишмә!” конкурсы һөҙөмтәһе буйынса Арҡауыл ауыл советы райондың 16 ауыл биләмәһе араһында 1-се урынды яуланы.
Арҡауылдағы ике урамдың юлын йүнәтеүҙә, атап әйткәндә, 600 метр араға таш түшәүҙә ярҙам күрһәттек. Арҡауыл, Мәхмүт һәм Таймый ауылдарының ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарын төҙөкләндереү дауам итә. Арҡауылдың 300 метр оҙонлоҡтағы һыу селтәренә ремонт эшләнде. Ауылдың “Шәхси эшҡыуар Ғәйнетдинов” коммуналь ойошмаһына ла йылылыҡ һәм һыу тәьминәте системаларын йүнәтеүҙә ярҙамлашабыҙ.
Ауыл хакимиәтенә Арҡауыл ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ҡуйылған обелиск һәм һәйкәлде төҙөкләндерештек, юл билдәләре ҡуйыштыҡ. Ауыл биләмәһендә үткән сараларҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәбеҙ, экологик өмәләр ойошторошабыҙ. Халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыуҙа үҙем үрнәк булырға тырышам.
– Урал Әлтәф улы, Һеҙгә ышанып тапшырылған 10-сы Лағыр һайлау округында ниндәй эштәр атҡарыла?
– 2016 йылдың 18 сентябрендә депутат итеп һайланғас, округҡа ингән ауылдарҙа биш тапҡыр һайлаусылар менән осрашыу уҙғарҙым. Граждандарҙы ҡабул иткәндә, 20 кеше үҙенең төрлө һорауҙары менән килде. Шулай уҡ ауыл Советы ултырыштарында ҡатнашып, урындағы депутаттар менән эшләйем.
Шуны әйтергә кәрәк, округтағы эш Лағыр ауыл советы биләмәһе хакимиәте һәм район хакимиәтенең тығыҙ хеҙмәттәшлеге менән бергә алып барыла. Былтыр сентябрҙән декабргә ҡәҙәре осорҙа юлдарҙы тигеҙләү һәм таш түшәү эштәре үтәлде. Шәрәк ауылына газ үткәреү мәсьәләһе менән шөғөлләнәбеҙ: проекты раҫланды, экспертиза үтте, республика бюджетынан был эшкә аҡса бүленеүен көтәбеҙ. Яҙғыйорт, Сыбаркүл, Лағыр ауылдары клубтарын төҙөкләндереү планда тора. Округ биләмәһендә үткән сараларҙа ҡатнашам, байрамдарҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәм.
– Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар?
– Шәрәк ауылында клуб булдырыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Лағыр, Сыбаркүл, Шәрәк, Яҙғыйорт, Ҡыҙырбаҡ, Ҡалмаҡтар ауылдары юлдарына ағымдағы ремонт һәм ошо биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙе дауам итеү мөһим. Лағыр ауыл мәҙәниәт йортон капиталь йүнәтеү мәсьәләһен дә хәл итәһе бар.
Бөгөн район хакимиәте ҡарамағында депутаттар ҡатнашлығында һалымдар йыйыуҙы тәьмин итеү буйынса комиссия төҙөлгән. Әле һалым йыйыу буйынса йыллыҡ план 57,2 процент ҡына үтәлә. Шуға күрә һалым түләүселәр менән ныҡлап эшләп, уларға бурыстары хаҡында мәғлүмәт еткереп, закон нигеҙендә тейешле саралар күрергә лә кәрәк.
– Валерик Рәүил улы, ә һеҙ 4-се саҡырылышта нимәләр эшләүгә өлгәштегеҙ?
– Минең ҡарамаҡтағы 11-се Лаҡлы һайлау округына Лаҡлы һәм Нәсибаш ауылдары инә. Лаҡлыла үҙәк һыу үткәргесе системаһынан урта мәктәпкә килгән 50 метр аралағы һыу торбаһын алмаштырыуҙа ярҙам иттек. Нәсибашта мәктәп һәм балалар баҡсаһы арауығындағы трассалағы участкала авария хәлен бөтөрөүҙә булыштыҡ. 9 Май һәм Оло йәштәгеләр көндәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бағыусы ярҙамы күрһәтелде.
– Римма Рифҡәт ҡыҙы, былтыр район Советы депутаты булып тәүгә һайландығыҙ һәм ғәмәлдәге депутаттар корпусында гүзәл заттарҙан Һеҙ генә бар. Депутатлыҡ эшмәкәрлегегеҙ нимәгә ҡайтып ҡала?
– Урындағы халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн биләмәләрҙе йыйыштырып тороу мөһим. Был ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә төп йүнәлеш.
Мөрсәлим һәм Башҡорт, Рус Илсекәйе ауылдары халҡы үҙ биләмәләренең: ауылдары, урамдары, ихаталарының таҙалығына аңлы ҡарай һәм быны үҙҙәренең балаларына ла төшөндөрөргә тырыша. Төҙөкләндереү буйынса беҙҙең мәктәпте өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Май айынан алып беҙҙең уҡытыусылар һәм уҡыусылар мәктәп яны участкаһында эшләй: сәскә һәм ағастар ултырталар, биләмәне тәртипкә килтерәләр, ҡул аҫтындағы материалдарҙан төрлө әйберҙәр эшләп, сәскәлектәрҙе биҙәйҙәр. Ата-әсәләр ҙә ярҙам итә. Шулай итеп, Мөрсәлим, Башҡорт һәм Рус Илсекәйе ауылдарын төҙөкләндереүгә урындағы әүҙем халыҡ йәлеп ителә.
Киләсәктә Мөрсәлимдәге Граждандар һуғышы геройҙары һәйкәлен төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тотабыҙ.
Илгиз ӘХМӘТЙӘНОВ әңгәмәләште.