Бөтә яңылыҡтар
"02" хәбәр итә
5 Сентябрь , 17:40

Салауат районы юлдарында 25 хоҡуҡ боҙоуҙар осрағы асыҡланды

Уҙған йома һәм ял көндәре Салауат районының ЮХХДИ бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдтар үткәрҙе. Иҫкәртеү саралары мәлендә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусылар асыҡланды.

Салауат районы юлдарында 25 хоҡуҡ боҙоуҙар осрағы асыҡланды
Салауат районы юлдарында 25 хоҡуҡ боҙоуҙар осрағы асыҡланды

Йәкшәмбе, 4 сентябрҙә, иртән инспекторҙар Малаяҙ ауылы урамында “Форд Фокус” автомобилен туҡтата. Водителдең документтарын тикшергәндә, уның быға тиклем транспортҡа идара итеү таныҡлығынан мәхрүм ителеүе билдәле була. Уға административ протокол төҙөлөп, машинаһы Дыуан районының Мәсәғүт ауылындағы махсус туҡталҡаға оҙатылды.

– Водителгә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 12.7-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса протокол төҙөлдө. Транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән килеш рулгә ултырған кешегә 30 мең һумға тиклем штраф һалыу, йәки 15 тәүлеккә тиклем административ арест, йә иһә 100-ҙән 200 сәғәткә тиклем мәжбүри эшкә йәлеп итеү ҡаралған. Яза биреү тураһында ҡарарҙы мировой суд сығара, – тип хәбәр итте Салауат районы ЮХХДИ бүлексәһенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы Эльвира Мәҡсүтова.

Профилактик рейдтар барышында инспекторҙар 25 административ хоҡуҡ боҙоуҙар осрағын асыҡланы. Уларҙан 6 водитель хеүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған, 1-һе баланы махсус креслоһыҙ йөрөткән, 5 водитель транспорт сараһына ОСАГО страховка полисһыҙ идара иткәне өсөн яуапҡа тарттырылды. Бәхеткә күрә, ял көндәре районда эскән килеш руль артына ултырыусылар осрамаған. Махсус сара барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре пассажирҙар йөрөтөүсе автобустарҙы ла тикшерҙе.  

Салауат районы юлдарында 25 хоҡуҡ боҙоуҙар осрағы асыҡланды
Салауат районы юлдарында 25 хоҡуҡ боҙоуҙар осрағы асыҡланды
Салауат районы юлдарында 25 хоҡуҡ боҙоуҙар осрағы асыҡланды
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас в