Бөтә яңылыҡтар
"02" хәбәр итә
29 Июль , 18:05

Юл инспекторҙары автобустарҙы тикшерҙе

Бөгөн Салауат районының дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автобус транспортында пассажирҙар ташыу өлкәһе буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса профилактик сара уҙғарҙы.

Рейд барышында водителдәрҙең пассажирҙарҙы йөрөтөүгә рөхсәт биргән документтары, шулай уҡ автобустарҙың техник торошо тикшерелде.

Һуңғы ваҡыт Башҡортостанда автобустар ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләренең йышайыуы менән бәйле, Салауат районы Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре айырыуса ошондай категория водителдәргә иғтибарын йүнәлтә. 

Салауат районы Дәүләт автоинспекцияһы.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас в