Бөтә яңылыҡтар
"02" хәбәр итә
21 Декабрь 2019, 10:45

Теш щеткаһын урлаған өсөн иркенән мәхрүм ителгән

Теш щеткаһын урлаған өсөн иркенән мәхрүм ителгән

Өфөнөң бер сауҙа үҙгендә 40 дана теш таҙартыу щеткаһын урлаған бурҙы ҡулға алғандар.
Бур видеокамераға эләккән. Ул – быға тиклем дә хөкөм ителгән 26 йәшлек Өфө кешеһе. Урланған әйберҙәрҙе һатып аҡса эшләгән, ҡайһы берҙәрен тотоноп та өлгөргән. Уны 2 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарылған. Ул тиклем щетканы ни эшләтергә уйлаған икән?