Салауат районының ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Малаяҙ ауылында автомобиль менән иҫерек килеш идара иткән бер ирҙе тотҡан. Үҙенән спирт еҫе аңҡып тороуға ҡарамаҫтан, Яңауыл кешеһе юлға сыҡҡан булған.
Бәхеткә күрә, ир инспекторҙар ҡулына эләгеп кенә, юл-транспорт ваҡиғаһына тарымаған, ә улар туҡтатмаһа, был "сәйәхәт" нисек тамамланыр ине икән, билдәһеҙ.
Был осраҡ буйынса материал судҡа ебәрелгән. Иргә 1,5 - 2 йылға тиклем автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү менән бергә 30 мең һум күләмендә штраф рәүешендә яза янай.
Һәр кем аңлаһын ине – енәйәт ҡылыусы, хоҡуҡ боҙоусы мотлаҡ язаһын аласаҡ. Райондың ЮХХДИ бүлексәһе тағы бер тапҡыр иҫкәртә: водителдәргә эскән килеш транспорт менән идара итеү ҡәтғи тыйыла.
30 ноября РОВД по Салаватскому району поступило сообщение о том, что в с.Малояз автомашиной управляет водитель с признаками опьянения.
После чего сотрудники ГИБДД задержали его и установили, что машиной управлял житель г. Янаул, который находился в состоянии алкогольного опьянения. По данному факту проводится проверка.
Наказание за езду в нетрезвом виде в 2018 и 2019 году крайне строгое — штраф в размере 30 000 рублей и лишение прав сроком на 1,5-2 года (18-24 месяцев). При повторном нарушении меры ужесточаются.