Бөтә яңылыҡтар
"02" хәбәр итә
5 Декабрь 2019, 15:20

Мотоциклын алып сығып киткәндәр

Мотоциклын алып сығып киткәндәр

Районда аҙна һайын бер нисә урлашыу осрағы теркәлә.

Был юлы 1-се Иҙелбай ауылында билдәһеҙ кеше шәхси хужалыҡтың һарайында торған “Минск” мотоциклын алып сығып киткән. Транспорттың хужаһы милкенең ҡасан юғалыуын аныҡ ҡына белмәй. Мотоцикл 15-19 октябрҙә урланған, тип фаразлана.

Әле был осраҡ буйынса тикшереү эше алып барыла.


-----------------------------

У жителя Салаватского района украли мотоцикл

Кража произошла в период времени с 15 по 19 октября в д. Первое Идельбаево. Полицейские установили, что неизвестное лицо проникло во двор дома местного жителя, и похитил из сарая мотоцикл «Минск». Мужчина пытался сам найти мотоцикл. После безуспешных попыток он обратился в полицию. По факту ведется расследование.