Бөтә яңылыҡтар
"02" хәбәр итә
22 Ноябрь 2019, 18:35

Өйөнән генә һатҡан

Өйөнән генә һатҡан Яңыраҡ полиция хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән Лағыр ауылында законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек менән һатыу иткән бер нөктәнең эшмәкәрлеге туҡтатылды.


Яңыраҡ полиция хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән Лағыр ауылында законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек менән һатыу иткән бер нөктәнең эшмәкәрлеге туҡтатылды. Ир, законһыҙ кәсеп менән шөғөлләнеп, өйөнән генә иҫерткес матдә һатҡан. Уның быға тиклем күпме күләмдә спирт һатҡаны билдәһеҙ, өйөндә ни бары бер шешә генә табылған. Кәсепсе ир закон алдында яуап бирәсәк. Салауат районында законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә ҡаршы көрәш дауам итә.
----------
В с. Лагерево местный житель незаконно продавал спиртное прямо у себя дома.
Нелегальную торговую точку полицейские выявили в ходе оперативно-профилактических мероприятий. Сейчас изъятая продукция отправлена на экспертизу.
По факту незаконной розничной продажи алкогольной продукции физическим лицом в отношении мужчины составлен административный протокол.