Бөтә яңылыҡтар
"02" хәбәр итә
18 Ноябрь 2019, 13:55

БУРҘАР ӘҮҘЕМЛӘШТЕ!

БУРҘАР ӘҮҘЕМЛӘШТЕ!Был юлы Ишембай ауылында автомобилдә ятҡан әйберҙәрҙе сәлдергәндәр...

Һуңғы арала Салауат районында автомобилдәрҙә ятҡан әйберҙәрҙе урлаусылар әүҙемләште.


Рәсәй Эске эштәр министрлығы Салауат районы бүлегенә Ишембай ауылында йәшәгән ҡатын мөрәжәғәт иткән.

Ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә уның йорт эргәһендә торған автомобилдән асҡыстар һәм электр насосын урлауҙарын хәбәр иткән. Был осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара.

--------


В Салаватском районе вновь зарегистрирована автомобильная кража. В дежурную часть УМВД России по Салаватскому району поступило сообщение от жительницы с. Ишимбаево.
Она сообщила, что с припаркованного возле дома машины неизветный человек похитил набор гаечных ключей и электрический насос.
Сотрудники полиции обращаются к горожанам с напоминаем о том, что самый надежный способ защитить свой автомобиль – ставить его либо в гараж, либо на охраняемую стоянку. Кроме этого, машину следует оборудовать охранной сигнализацией.