Бөтә яңылыҡтар
"02" хәбәр итә
25 Октябрь 2019, 11:52

Йәйәүлене маршрут автобусы тапатҡан

Бөгөн иртән Һамар - Өфө - Силәбе юлында маршрут автобусы йәйәүлене тапатҡан. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Салауат районынан 44 йәшлек ир фажиғә урынында һәләк булған.

Бөгөн иртән ҺамарӨфө Силәбе юлында маршрут автобусы йәйәүлене тапатҡан.


Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Салауат районынан 44 йәшлек ир йәрәхәттәрҙән фажиғә урынында һәләк булған. Билдәле булыуынса, ирҙең кейемендә яҡтылыҡты сағылдырған элементтар булмаған, шуға күрә водитель күрмәгән.


Ғәҙәттә, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар менән бәйле юл-транспорт ваҡиғалары башлыса тәүлектең ҡараңғы осоронда була. Ҡара кейемдәге кешене водитель күреп өлгөрмәй, һөҙөмтәлә ошондай ҡурҡыныс осраҡтар ҡабатланып тора. ЮХХДИ инспекторҙары кейемгә яҡтылыҡты сағылдырған элементтар йәбештерергә тәҡдим итә. Был ябай ғына әйбер күп осраҡта ғүмерҙе һаҡлап ҡала.

---------------------------------

В Уфимском районе Башкирии рано утром на трассе Самара — Уфа — Челябинск «маршрутка» задавила пешехода.


По данным пресс-службы ГИБДД РБ, 34-летний житель Челябинской области, управляя Mercedes Sprinter, предположительно, при обгоне сбил 44-летнего жителя Салаватского района.

Пешеход скончался на месте происшествия.

По словам водителя, мужчина шёл в попутном направлении без световозвращающих элементов