Бөтә яңылыҡтар
"02" хәбәр итә
16 Октябрь 2019, 20:06

ҠУЛЫНДА –БЫСАҠ, Ә ҮҘЕ – ЯЛАН АЯҠ

ҠУЛЫНДА –БЫСАҠ, Ә ҮҘЕ – ЯЛАН АЯҠСалауат районының бер ауылында иҫерек ир урам буйында бысаҡ менән һелтәнеп, халыҡты ҡурҡытып йөрөгән.

Бысаҡ менән һелтәнеп йөрөгән, ҡанға батҡан ирҙе ауыл халҡы күреп ҡалып, тиҙ генә ауыл биләмәһе советына шылтыратып әйткән. Ә улар иһә полицияны саҡыртҡан.


Ваҡиға урынына килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре иҫерек кешенең был ауылда йәшәгән 1969 йылғы ир икәнен асыҡлаған. Бәхеткә күрә, ул береһенә лә ҡаза килтереп өлгөрмәгән. Ирҙең урамға бысаҡ менән ташланғансы, үҙенең өйөндә туғаны менән алкоголле эсемлек эскәне билдәле. Шул мәлдә улар араһында бәхәс сыҡҡан һәм икенсе ир туғанының битенә бысаҡ менән сәскән дә, үҙе сығып ҡасҡан. Өй хужаһы тегене ҡыуып тотам тип, урамға ялан аяҡ бысаҡ менән сығып йүгергән. Полиция хеҙмәткәрҙәре туғанына бысаҡ менән ташланған ирҙе тотоп, бүлеккә алып барған. Ә ҡаза күргән ирҙе Малаяҙ үҙәк дауаханаһына килтереп, тиҙ ярҙам күрһәткәндәр.

-----


Жители деревни забили тревогу, когда заметили на улице подозрительного мужчину, который днем разгуливал по улицам деревни с ножом в руках.

Как сообщают очевидцы, он был босиком, весь в крови, и яростно размахивал ножом со стороны в сторону. Обеспокоенные жители позвонили в сельский совет. А сельский совет незамедлительно вызвал полицию.
Прибывшие на место происшествия сотрудники полиции установили, что им оказался местный житель 1969 года рождения. К счастью, мужчина никому не навредил во время своей выходки. Также удалось узнать, что до этого он распивал у себя дома спиртные напитки со своим родственником. В процессе распития между ними вспыхнула ссора. Один из мужчин ударил второго ножом по лицу и сбежал с места преступления. Хозяин же дома побежал за ним на улицу, чтоб поквитаться . Как раз в этот момент его и увидели местные жители.
Позже полиция разыскала преступника, который ранил мужчину, и доставила в отделение. Пострадавшего привезли в ЦРБ, где ему оказали помощь. Ведется расследование.