Бөтә яңылыҡтар
"02" хәбәр итә
26 Сентябрь 2019, 21:53

Эҙләүгә бирелгән ир табылды

Бөгөн ике кешене үлтереүҙә ғәйепләнгән Салауат районынан булған Рәмил Казыев табылды.

Бөгөн ике кешене үлтереүҙә ғәйепләнгән Салауат районынан булған Рәмил Казыев табылды.

Мәғлүм булыуынса, ирҙең үле кәүҙәһе Бүздәк районының Шиғайкүлбаш ауылынан ике километр алыҫлыҡта, урман араһынан табылды. Ир үҙ-үҙенә ҡул һалған булыуы ихтимал. Республика буйынса Эске эштәр министрлығы был мәғлүмәт дөрөҫ булыуын иҫбатланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: күптән түгел Бүздәк районында ҡот осҡос хәл теркәлде. Бер өйҙә 35 йәшлек ҡатындың һәм уның әсәһенең үле кәүҙәһе, шунда уҡ һигеҙ айлыҡ бала ла табылды. Был енәйәтте Салауат районында йәшәүсе ир Рәмил Казыев эшләүе ихтимал тип уны хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эҙләне.

-------

Сегодня, в Башкирии нашли тело 34-летнего Рамиля Казыева — подозреваемого в двойном убийстве жителя Салаватского района Башкирии. Его обнаружили в лесопосадках в 2 километрах от деревни Шигайкулбаш, где он и совершил преступление


Поисковая операция началась сегодня утром — около сотни сотрудников полиции прочесывали территорию деревни.

Тело Казыева нашли около 16:45. По информации источника, мужчина покончил с собой. В МВД по республике эту информацию подтвердили.