Бөтә яңылыҡтар
"02" хәбәр итә
25 Июль 2019, 15:08

Йүрүҙәндә батҡан балыҡсыны эҙләйҙәр

Яңыраҡ Йүрүҙәндә күңелһеҙ хәл теркәлде. 33 йәшлек ир йылға буйына балыҡ тоторға бара ла, хәбәрһеҙ юғала...

Һыу инеү миҙгеле башланыу менән республикала барыһы 42 кеше батып үлгән. Төбәктә эҫе көндәр тора, әленән-әле Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына батҡан кешеләрҙе эҙләү буйынса мөрәжәғәт итәләр. Белгестәр әйтеүенсә, фажиғәнең төп сәбәбе – алкоголле эсемлектәр ҡулланыу, һәм иғтибарһыҙлыҡ.
Быйыл Йүрүҙән йылғаһында бер-нисә кеше бата яҙғайны инде. Бәхеткә күрә, уларҙы кешеләр, ҡотҡарыусылар күреп ҡалып, бәләнән йолоп алып ҡалды. Шулай ҙа яңыраҡ Йүрүҙәндә күңелһеҙ хәл теркәлде. Ҡариҙел районынан 33 йәшлек ир йылға буйына балыҡ тоторға бара ла, хәбәрһеҙ юғала. Водолаздар өсөнсө көн ирҙең үле кәүҙәһен эҙләй.
---------------------
С приходом жаркой погоды в Госкомитет РБ по ЧС не прекращают поступать заявки на поиск и поднятие тел утонувших. По словам специалистов, почти всегда причинами страшных трагедий становятся алкоголь и банальная невнимательность.
В воскресенье, 21 июля, житель села Атняш Караидельского района, отправился на рыбалку на реку Юрюзань, но так и не вернулся. Водолазы Аварийно-спасательной службы до сих пор продолжают поиски.
Читайте нас в