Бөтә яңылыҡтар
"02" хәбәр итә
8 Июль 2019, 14:30

Шешәләш дуҫ түгел

Әлкә ауылында шешәләш дуҫтар бер ирҙең өйөндә байрам иткән.

Районыбыҙҙың бер ауылында шешәләш дуҫтар бер ирҙең өйөндә байрам иткән. Булған араҡыларын эсеп бөткәндән һуң, ир танышына аҡса картаһын биреп, Малаяҙҙан тағы ла килтерергә ҡушҡан. Енәйәтсе эсергә лә килтергән, һуңынан танышы йоҡлап киткәс, уның картаһын алып 50 мең һумға яҡын аҡсаһын да сәлдергән. Аңына килгән ир полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән. Тикшереү эше бара.
----------------
Небольшая компания в деревне А. Салаватского района собралась для душевного отдыха с употреблением спиртного. Деньги были не у всех, поэтому за спиртным послали «гонца» с карточкой одного из собутыльников. Ему был открыт пин-код карты.
Мужчина воспользовался ситуацией: не только купил спиртное, но ещё и снял с карточки около 50 тыс. рублей. Он запомнил пин-код знакомого, когда тот уснул, незаметно стащил карту и снял в банкомате деньги.
Пропажу с банковской карты мужчина заметил только после застолья и обратился в правоохранительные органы за помощью. Возбуждено уголовное дело.