Бөтә яңылыҡтар
"02" хәбәр итә
5 Июнь 2019, 14:12

Малаяҙҙа банкоматты ватып… аҡса урлағандар

Үткән айҙа билдәһеҙ кешеләр хәрби комиссариат бинаһында урынлашҡан “УралСиб” банкоматына һөжүм иткән.

Үткән айҙа билдәһеҙ кешеләр хәрби комиссариат бинаһында урынлашҡан “УралСиб” банкоматына һөжүм иткән.


Улар, нисектер төнөн эскә кереп, банкоматты арттан ҡырҡып, унда ятҡан аҡсаны бушатҡан. Енәйәтселәрҙең электр ҡоралы менән эш иткәне билдәле, һөҙөмтәлә ваҡиға урынында ут сыҡҡан. Хәрби комиссариат бинаһының ишек алды янған, стеналары төтөнгә ҡарайған. Банкоматта күпме сумма булғандыр – билдәһеҙ. Аппарат сафтан сыҡҡан, унан хәҙер аҡса алып булмай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бурҙар ҡасып өлгөргән. Енәйәтселәрҙең алдан әҙерләнеп, банкоматты таларға килеүе ихтимал. Улар бик оҫта һәм хәйләкәр ҡыланған. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡараҡтарҙы эҙләй, тикшереү бара. Эҙҙәренә сығыу өсөн төрлө дәлилдәр өйрәнелә.
Читайте нас в