Бөтә яңылыҡтар
"02" хәбәр итә
5 Июнь 2019, 13:33

“Калхуз”дыҡы йәл түгел

Үткән айҙа Таймый ауылындағы хужалыҡ биләмәһенә ике тапҡыр бурҙар төшкән.

Үткән айҙа Таймый ауылындағы хужалыҡ биләмәһенә ике тапҡыр бурҙар төшкән.


Тәүге осраҡ буйынса агрофирма директоры полицияға үҙе хәбәр иткән. Билдәһеҙ әҙәм, иген келәте таҡтаһын ҡайырып кереп, 3 центнер күләмендә фураж урлаған. Мал аҙығы ҡарағының әле шәхесе асыҡлана, тикшереү бара.
Икенсе осраҡта иһә уғрылар үҙҙәре хоҡуҡ һаҡсыларының ҡулына килеп ҡапҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәре кисен Таймый ауылында патрулдә йөрөгәндә, еңел автомобилде туҡтатып тикшерә. Уның багажнигында ауыл хужалығы техникаһы, тракторҙарҙың запас частары ятҡан була. 26 элементтан торған деталдәргә уларҙың бер документы ла булмауы шик тыуҙыра. Машинаға идара иткән шул ауыл кешеһе үҙенең дуҫы менән был запчастарҙы “Таймый” агрофирмаһынан сәлдергән икән.