-3 °С
Болотло
Беренсе балаға әсәлек капиталы — 46 мең һумға, икенсеһенә 61 мең һумға арттырыла. Был хаҡта Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков хәбәр итте.
Тәүге балаға әсәлек капиталы — 677 мең һум, икенсе балаға 894 мең һум була (әгәр ғаилә беренсеһе өсөн алмаған булһа).
РИА Новости телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, Антон Котяков шулай уҡ 2025 йылда миллион кеше әсәлек капиталын файҙаланыр тигән фаразын белдерҙе.