"Башҡортостан Республикаһы РТПЦ" РТРС филиалының 150 метрлыҡ цифрлы телевизион башняһы Өфө ҡалаһының географик үҙәгендә "Воронка" һаулыҡ һуҡмағы янында, М.Ғафури мәҙәниәт һәм ял паркынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан. 2018 йылдан башня ҡала һәм уның тирә-яғындағы 1 млн 200 мең кеше өсөн 20 цифрлы эфир телеканалын трансляциялай.
2024 йылдың сентябрендә Өфө ҡалаһының цифрлы телевизион башняһында архитектура-художестволы яҡтыртыу монтажлана. Хәҙер ҡоролма Өфөнөң иң сағыу иҫтәлекле урындарының береһе, заманса арт-объект буласаҡ. 7500-ҙән ашыу светодиодлы пикселлы яҡтыртҡыс, дүрт прожектор һәм 72-92 метрлыҡ медиафасад башняны ҡаланың территориаль үҙәген биҙәйәсәк.
Заманса яҡтыртыу ҡорамалдары һәм программа тәьминәте башняға емелдәп торорға һәм теләһә ниндәй төҫтәр менән яҡтыртырға мөмкинлек бирә. Медиафасадҡа видеояҙмалар, һүрәттәр, йүгереүсе яҙыуҙар сығарырға мөмкин. Билдәле даталарға һәм байрамдарға яҡтылыҡ панноһында махсус визуаль сценарийҙар ҡуйыласаҡ.
Яҡтылыҡ ҡорамалдары ҡуйылғанға тиклем башня ремонтлана һәм буяла. Ҡорамалдарҙы монтажлау буйынса эштәр ике айҙан ашыу дауам итә. Монтажланған ҡорамалдарҙың дөйөм ауырлығы өс тоннанан ашыу.
Архитектура яҡтыртыу ваҡыты:10 октябрҙә 19.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем, 11 октябрҙә 19.00 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем.