Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
7 Август , 10:32

Малаяҙҙа урам яңыртыла

Район үҙәге  Малаяҙ ауылында, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы Коммунистик урамы төҙөкләндерелә.

Малаяҙҙа урам яңыртыла
Малаяҙҙа урам яңыртыла

2019-2024 йылдарҙа республиканың тораҡ пункттарында йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм реновациялау буйынса ҙур эш башҡарылды. Күп проекттар федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Был республика етәкселәре командаһының көндәлек хеҙмәте һөҙөмтәһе. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, сөнки уңайлы йәмәғәт мөхите халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

Район үҙәге  Малаяҙ ауылында, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы Коммунистик урамы төҙөкләндерелә. Эштәр май башында башланды һәм ағымдағы йылдың көҙ уртаһына тамамланырға тейеш.  Төҙөкләндереү эше график сиктәрендә бара һәм әлеге ваҡытта яҡынса 25 процентҡа үтәлгән.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: