Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
31 Июль , 09:48

“Салауат ере” комплексы популярлыҡ яулай

Салауат районы Тәкәй ауылы урынында урынлашҡан "Салауат ере" тарихи-мәҙәни комплексы "Башҡортостандың күрергә кәрәкле алты яңы туристик иҫтәлекле урыны" рейтингыһына инде.

“Салауат ере” комплексы популярлыҡ яулай
“Салауат ере” комплексы популярлыҡ яулай

Башҡортостан – илебеҙҙә эске туризмды күтәреү йәһәтенән алдынғылар исемлегендә, тимәк, республикабыҙға туристар ағымы ныҡ көсәйгән.Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса туризм өлкәһен алға этәреүсе компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым түләүҙә ташламалар булдырылды, административ кәртәләр ҙә йомшартылды. 

Төбәктең туристик инфраструктура үҫеше иҫәбенә артабан ыңғай динамиканы тәьмин итеү зарур. 2023 йылда был маҡсат өсөн 1,5 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Был – бик ҙур күрһәткес.

Салауат районы Тәкәй ауылы урынында урынлашҡан "Салауат ере" тарихи-мәҙәни комплексы "Башҡортостандың күрергә кәрәкле алты яңы туристик иҫтәлекле урыны" рейтингыһына инде.

 - Салауаттың вариҫтары сигенә белмәй. Был һөйләмдә халҡыбыҙҙың ғорур белдереүҙәре яңғырай. Салауат районында, милли геройыбыҙға 270 йәш тулғанда, уникаль музей комплексы асылды. Салауат мираҫы халыҡ рухында. Бөтәһен дә ошо уникаль музей һәм тәбиғәт комплексына барырға саҡырам,-тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.

Комплекс июнь айында ғына асылыуға ҡарамаҫтан, туристары араһында популярлыҡ яулап та өлгөрҙө. Тиҙҙән унда яңы объекттар барлыҡҡа киләсәк.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: